+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 12:30

Яугирҙәргә мунса оҙатылды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға райондан тағы бер гуманитар ярҙам оҙатылды.

Яугирҙәргә мунса оҙатылды
Яугирҙәргә мунса оҙатылды

Район халҡы яугирҙәргә ярҙам итергә, иғтибарҙан өҙмәҫкә тырыша. Тыуған ерҙән алыҫта ил именлеге өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙға беҙҙең иңде тойоу мөһим. Республика көнөндә райондан юлланған гуманитар ярҙам дөйөм тырышлыҡ менән тупланды. Бер төркөм ир-егеттәр көсө менән ҡыҫҡа ғына ваҡытта яугирҙәргә мунса әҙер булды. Был изге эшкә Вадим Ғәлин, Ғаяз Әсәҙуллин, Дамир Шөғүров, Радмир Әминев, Вадим Папанин үҙ өлөшөн индерҙе. Таштуй мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары һалдаттар өсөн күстәнәстәр, өсмөйөшлө хаттар, шулай уҡ Т. Кусимов исемендәге гимназияның шайморатовсылар класы уҡыусылары посылкалар һәм хаттар ебәрҙе. Михайловка ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары бәйләгән ойоҡбаштар һәм бешергән тәмлекәстәр һалдаттарыбыҙға тыуған йорттоң ризыҡтарын иҫләтер.
— Яугирҙәргә гуманитар ярҙамды алып барып еткереү өсөн юлға сығыусыларға тип «Бөтәһе лә еңеү өсөн» ватсап төркөмөндә 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйып тапшырҙыҡ. Һалдатта-рыбыҙға күстәнәстәр менән бергә тыуған яҡ сәләмдәрен, беҙҙең күңел йылыһын да еткерҙеләр, — ти яугир-яҡташтарға ярҙам йыйыуҙы ойоштороусыларҙың береһе Морат Йәнбирҙин. — Был мөһим эштән ситтә ҡалмаған район халҡына рәхмәт. Күңел ҡушыуы буйынса ярҙам ҡулы һуҙып, бергәләп ҙур эште атҡарып сыҡтыҡ.
5 тәүлек туҡтауһыҙ тиерлек 5 мең саҡрым ара үтеп, МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарға мунса, ике буржуйка мейесе һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып барып еткерелде. Водителдәр Дамир Шөғүров менән Рәдиф Сабитов, гумконвойҙы оҙатып барыусы Вадим Ғәлин, Ғаяз Әсәҙуллин, Радмир Әминев, Вадим Папанин, Лилиә Кузнецова, Артем Кузнецов, Алһыу Шаһыбаловаға айырыуса рәхмәт.
Октябрь аҙағында райондан тағы бер гумконвой китәсәк. Унда ла мунса ебәреләсәк, уны Шәрип ауылының булдыҡлы ир-егеттәре әҙерләй. Картуф, йәшелсә ебәрергә теләүселәр, кемдер йылы ойоҡ-бейәләйҙәр һалырға теләүселәр булһа, 8-996-102-82-23 телефоны буйынса Морат Йәнбирҙинға мөрәжәғәт итергә була. «Күмәкләгән — яу ҡайтарған», тиҙәр бит.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Автор:
Читайте нас: