+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2023, 09:25

Тәртип һәм именлек һағында

Районыбыҙҙың эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәтендә ҙур тәжрибәгә эйә булған хеҙмәткәрҙәр байтаҡ. Шуларҙың береһе – полиция патруль-пост хеҙмәтенең айырым взвод бүлексәһе командиры – Ғәзиз Мәғәфүров.

Тәртип һәм именлек һағында
Тәртип һәм именлек һағында

Үтәгән ауылы егете Ғәзиз Азамат улы иңенә взвод командиры булараҡ икеләтә яуаплы һәм ауыр эш йөкмәтелә. Ул оператив хәл ҡатмарлашҡанда, махсус һәм ғәҙәттән тыш шарттарҙа көтмәгәндә килеп тыуған бурыстарҙы үтәүгә патруль-пост хеҙмәтенең әҙерлеген тәьмин итергә, шәхси составтың тышҡы ҡиәфәтен һәм сафҡа теҙеүҙе, форма һәм ҡорамалдар кейеү ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тоторға тейеш. Шулай уҡ һәр хеҙмәткәрҙең эш һөҙөмтәләре менән танышырға, уларға хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү формаларын һәм ысулдарын өйрәтеүҙә методик һәм практик ярҙам күрһәтергә бурыслы.
Ғ. Мәғәфүров бала саҡтан полицияла эшләү хыялы менән янған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, әрме хеҙмәтенә барып ҡайтҡан Ғәзизде яҙмыш һуҡмағы яратҡан һөнәренә алып килергә ашыҡмай әле. Тик 2013 йылда ғына уға эске эштәр органына эшкә килергә насип була, шул мәлдән алып ул патруль-пост хеҙмәтендәге бурыстарын уңышлы атҡара. Был осорҙа үҙен яуаплы, һәр эште еренә еткереп үтәгән, әүҙем хеҙмәткәр итеп күрһәткән. Хеҙмәттәштәре араһында ябай, ололарға ихтирамлы, кеселәргә кеселекле булыуы менән хөрмәт ҡаҙанған. Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр Әбйәлил эске эштәр бүлеге, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, “Полиция отличнигы” күкрәк билдәһе менән наградланған.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: