+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2023, 15:40

Яугирҙәр өсөн “Нива” һәм мунса

Ошо көндәрҙә махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға кәрәк-яраҡ йыйылды. Йәштәр йорто янында гуманитар конвойҙы оҙатыусылар алдында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов сығыш яһаны.

Яугирҙәр өсөн “Нива” һәм мунса
Яугирҙәр өсөн “Нива” һәм мунса

— Яугирҙәр үҙҙәре һораған кәрәк-яраҡты ҡыҫҡа ғына ваҡытта күмәк көс менән теүәлләп, бөгөн юлға сығабыҙ. Ярҙам ҡулы һуҙған, изге һәм мөһим эштән ситтә ҡалмаған райондаштарға, предприятие-ойошма етәкселәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, — тине Илдар Таһир улы. — Ир-егеттәргә бар яҡтан терәк булған ғаиләләренә лә рәхмәт, һеҙҙең күстәнәс-сәләмдәрегеҙ уларҙың күңелдәрен йылытыр. Махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттар беҙҙең өсөн яҡын кешеләр, уларға беҙҙең иғтибар һәм хәстәрлек кәрәк. Был ярҙамды алып барып тапшырып ҡайтһаҡ, киләһе гумконвойҙы әҙерләй башлаясаҡбыҙ.
Ҡужандан хеҙмәт ветераны Клара Абдуллина ла изге теләктәр еткерҙе, ил өсөн ауыр ваҡытта берҙәм һәм дөргөн булырға саҡырҙы.
Хәмиттән Динир Баһауетдинов яугирҙәр өсөн күсмә мунса эшләгән. «Абзелилилспецкомобслуживание» МУП-ы коллективы башланғысы менән “Нива” машинаһы һатып алынған. Был эшкә «Яҡты-Күл» шифаханаһы, «Березки» ял йорто ла үҙ өлөшөн индергән. Машинаны хәрби операцияла ҡатнашҡан улына атаһы үҙе тапшыра, ул гумконвойҙы оҙатыусылар менән барасаҡ.
Илдар Нафиҡов етәкләгән делегацияла Асҡар һәм Ташбулат ауыл биләмәләре башлыҡтары Тәлғәт Әғзәмов һәм Динис Таһиров та бар. Тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан яугир ҙә улар менән бергә хеҙмәт урынына юлланды.
Дин әһеле Мөжәүер Фәйезов алыҫ сәфәргә сығыусыларға юл фатихаһын биреп, доға уҡығас, исемле посылкалар, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, итектәр, башҡа кәрәк-яраҡ тейәлгән машиналар ҡуҙғалды. Имен барып етеп, күстәнәстәрҙе яугирҙәргә тапшырып, уларҙы ҡыуандырып ҡайттылар!
Динара САФИУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: