-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2023, 18:30

Юғары исемгә лайыҡ ғаилә

Яңыраҡ «Торатау» Конгресс-холында республиканың Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» IV конкурсына йомғаҡ яһаны. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнгән Бөтә Рәсәй атайҙар көнөнә ҡарата ойошторола.

Юғары исемгә лайыҡ ғаилә
Юғары исемгә лайыҡ ғаилә

Республиканың юғары наградаһына лайыҡ булған, өлгөлө ғаилә башлыҡтары, күп балалы атайҙары араһында беҙҙең райондың Байым ауылынан дүрт бала үҫтергән Ләйсән һәм Ирек Рамаҙановтарҙың да тантанаға саҡырылыуы мәртәбәле булды. Ирек Дамир улы ҙур конкурста төрлө райондарҙан еңеү яулаған 52 ир-егет иҫәбендә «Атай ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнде.
Рамаҙановтар менән яҡындан танышыу форсаты сыҡҡас, был ғаиләнең ысынлап та, шәп, тырыш булыуы шунда уҡ күҙгә салынды. Ауылдың Йәштәр урамын биҙәп ултырған ике ҡатлы йорттары әллә ҡайҙан уҡ бында булдыҡлы, эшһөйәр хужалар йәшәүе хаҡында һөйләй, баҡса-ихата эсендәге тәртип, бөхтәлек, ҡош-ҡорттоң күплеге лә шуны раҫлай. Матур, зауыҡлы өйгә инәбеҙ, ентекләп, бөтә уңайлыҡтар менән эшләнгән яҡты, ҡотло йорт.
Ғаилә башлығы Ирек Дамир улы Байым ауылынан. Урта белем алғас, ДОСААФ-та шоферлыҡҡа уҡый. Хәрби хеҙмәттән һуң Шайморатов исемендәге колхозда водитель була, бухгалтерҙар әҙерләү курсын тамамлай. Хужалыҡ бөткәс, егерме йылға яҡын Байым ауыл Советында инженер-ер төҙөүсе булып эшләй. Әлеге көндә Байым урта мәктәбе ҡаҙанлығы операторы һәм һаҡ хеҙмәткәре. Ғүмер юлдашы Ләйсән Туйыштан. Йәштәр 2002 йылда ғаилә ҡорған.
— Күрше генә ауылдарҙа йәшәгәс, бер-берегеҙҙе белеп-күреп йөрөгәнһегеҙҙер? — тием.
— Юҡ, клубта таныштыҡ һәм оҙаҡҡа һуҙмай өйләнештек, — тиҙәр Рамаҙановтар бер тауыштан.
Йәш ғаилә ике яҡтың да ата-әсәләрен тигеҙ күреп, улар өлгөһөндә донъя көтә башлай. Улар ярҙамы менән өй һалып, башҡа сығалар. Бәхеттәрен ишәйтеп, ҡыҙҙары Фирүзә, унан улдары Илһам тыуа. Кәңәшләшеп, икенсе балаға тейеш әсәлек капиталын, туплаған аҡсаларын ҙур йорт башлауға йүнәлтәләр. Бура күтәреү, башын ябыу кеүек күләмле эштәрҙе өмәләп башҡарһалар, ҡалғанын ғаилә башлығы төпсөрләп үҙе эшләй. Татыу ғаилә тағы ике балаға арта.
Ләйсән Илгиз ҡыҙы Байым урта мәктәбендә физика, информатика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй. Емешле хеҙмәте өсөн мәғариф бүлегенең, район башлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Рамаҙановтар балаларын лайыҡлы тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә, спортҡа йәлеп итеүгә ныҡлы иғтибар бирә. Ғаилә башлығы олимпиада, ярыштарға үҙе алып йөрөй.
— Балаларҙы тәрбиәләүҙә кемдең өлөшө ҙурыраҡ? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Был яуаплы бурысҡа икебеҙ ҙә тигеҙ ҡарайбыҙ, беҙҙең ғаиләлә һәр нәмәне уртаға һалып һөйләшеү, кәңәшләшеп эшләү ғәҙәткә ингән. Әлбиттә, атай абруйы ҙур. Балаларға гел атайығыҙҙан һорағыҙ, ул рөхсәт итһә тип торам. Икебеҙ ҙә эштә булғас, әсәйем менән ҡәйнәмдең дә ярҙамын күп тоябыҙ, уларға рәхмәтлебеҙ, — ти Ләйсән.
Балалары өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ кисерә Рамаҙановтар. Уңыш-ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып ҡына торалар. Сикһеҙ һөйөү, наҙ менән яратып үҫтергәнгәлер, моғайын.
Өлкән ҡыҙҙары Фирүзә Өфө фән һәм технологиялар университетының авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультетында беренсе курста уҡый. Буласаҡ инженерҙар уҡыған төркөм тик егеттәрҙән генә торһа ла, Фирүзә һынатмай, әүҙем студенттарҙың береһе. Байым урта мәктәбенең алдынғы уҡыусыһы, район башлығы премияһы лауреаты, иҡтисад буйынса республика олимпиадаһы призеры, физика һәм математиканан район олимпиадалары призеры. Физиканан ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, робототехника буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулаған. Яҡшы өлгәшкән ҡыҙ «Шатлыҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамбле солисы, мәктәп һәм ауылдың мәҙәни тормошо уртаһында ҡайнай. Спортта ла ҡаҙаныштары етерлек, ГТО-ның алтын билдәһенә эйә.
Улдары Илһам да мәктәптең ғорурлығы. Быйыл 9-сы класта уҡый. Тырыш, тәртипле егетте үткән уҡыу йылында мәктәптең президенты итеп һайлағандар. Бар яҡтан һәләтле, өлгөр егеткә ата-әсәһе ҙур өмөттәр бағлай, һәр башланғысын хуплап ҡабул итә. Илһам математика һәм физик культура буйынса район олимпиа-далары призеры һәм еңеүсеһе. «Крит-2022» конкурсында, «РобоФест-Башҡортостан-2022» республика фестивалендә ҡатнашҡан, йыл һайын «АкваРобо» робототехника буйынса район ярыштарында беренсе урын яулай. Байым мәктәбенең «Пятнашки» КВН командаһының алыштырғыһыҙ капитаны. Апайы кеүек ул да, беренсе кластан бейей, «Шатлыҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамбле солисы. Гитараны ҡулынан төшөрмәй, аккардеон, баянда ла уйнай. Илһам спортҡа ла маһир, көрәш буйынса секцияла шөғөлләнә, «Байым тархан» хоккей командаһы һаҡсыһы. «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигән мәҡәл был егеткә тура килеп тора. Ул да киләсәктә техник вузды һайлар тигән ышаныс бар.
Ата-әсәһе өлгөһөндә балалары ла тырыш, йорт-баҡса тирәһендә ярҙамлашыуҙан тыш, йәйге каникулдарын бушҡа уҙғармай. Фирүзә ике йәйҙе динопаркта үткәрһә, быйыл ҡустыһы менән икәүләп «Юбилейный» ял йортона йөрөп эшләгәндәр. Хеҙмәт хаҡын да файҙалы тотонғандар: Фирүзә үҙенә ноутбук алған, Илһам мотоциклын яңыртҡан.
Биш йәшлек Регина менән өс йәшлек Илнур балалар баҡсаһына йөрөйҙәр, ата-әсәһенә иркәләнеп кенә үҫәләр. Шуҡ һәм зирәктәр, апай һәм ағаһы кеүек талантлы булырҙарына шик юҡ. Өләсәйҙәре Зилдә Зиннур ҡыҙы менән Нәсимә Мөҙәрис ҡыҙы ҙур ғаиләнең терәге, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә төп ярҙамсылар. Зилдә Рамаҙанова утыҙ йылдан ашыу Байымда почтальон булып эшләгән.
Ауылдаштары өсөн өлгөлө һәм һоҡландырғыс пар улар. Иң яҡшы ғаилә традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн Рамаҙановтар район хакимиәте башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында «Матур пар» номинацияһында билдәләнгән. Ғаилә башлығының ҡулы белмәгән эше юҡ: ағас эшенә лә оҫта, ауылдаштарына һыу, йылы үткәрә, былтыр һынамаҡҡа бал ҡорто тотоп ҡарап, был шөғөлдө бик оҡшатҡан һәм ояларын арттырған.
— «Атай ҡаһарманлығы» билдәһен алыу беҙҙең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс булды. Шундай матур сара үткәреп, төрлө райондарҙан килгән абруйлы ғаилә башлыҡтары хөрмәтләнеләр. Бындай юғары наградаға лайыҡлы итеп тапҡан райондың йәмәғәт палатаһына, айырыуса уның ағзалары Таңһылыу Ирғәлинаға һәм Рәүиә Ғәлекәеваға оло рәхмәт, — тине Ирек Дамир улы.
Артабан да был ғаиләгә бәхет-һөйөү нурында ҡойоноп, балаларының уңыштарына ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Динара САФИУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: