+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2023, 13:05

Шофер тигән даны бар

Бар булмышы менән үҙ һөнәренә мөкиббән киткән һәм тоғро ҡалған көслө ихтыярлы, ауылдаштарының ихтирам-хөрмәтен ҡаҙанып йәшәгән кешеләр була. Шундайҙарҙың береһе — Тал Ҡусҡары ауылында йәшәүсе бар ғүмерен шофёр һөнәренә бағышлаған Ринат Зиннәт улы Ғиззәтов.

Шофер тигән даны бар
Шофер тигән даны бар

Тал Ҡусҡары ауылында тыуып-үҫеп, әле лә ошонда ғүмер итеүсе Ринат Ғиззәтовтың ҡулына водитель таныҡлығы алғандан алып, әлеге тиклемге эшмәкәрлеге автомобиль руле артында үткән. Был һөнәр уға бәләкәйҙән таныш. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр халыҡта. Был бик дөрөҫ тә. Заманында колхозда алдынғы шофёр булып танылған атаһы Зиннәт апанан күрмәксе, 6-7 йәшендә генә тракторҙа елдерә башлай. Шулай итеп, ул бәләкәйҙән техникаға тартыла.
Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Дәүләкән ҡалаһында водитель һөнәрен үҙләштерә. 1984 йылда ҡулына шофёр таныҡлығы алғас, руль артынан төшмәй. Уға ҡайҙа ғына юлланырға, ниндәй генә йөктәр ташырға тура килмәгән дә, күпме саҡрым юл үтелмәгән. Ремонт-транспорт предприятиеһында, аҙаҡ шәхси эшҡыуар Д. Ә. Аллаяровта ла бер аҙ эшләп ала. Хәҙер иһә ике тиҫтә йылдан ашыу район дауаханаһының «Ашығыс ярҙам» автомобиле водителе йөгөн тарта. Үҙенең яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, эшен намыҫ менән сифатлы итеп башҡарырға күнеккән тырыш водитель дауахананың төп таянысы. Яҡшы эшләгәне өсөн маҡтау грамоталарына эйә.
«Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләгәндә нимәләр генә булмай: ҡышҡы утыҙ градус һыуыҡта дауаханаға барғанда секунд эсендә ҡарар ҡабул итеп, кешеләрҙе үлемдән алып ҡалыр өсөн тиҙлекте арттырырға ла тура килә. Кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыу — уларҙың көндәлек бурысы. «Ашығыс ярҙам» водителе ниндәй сифатҡа эйә булырға тейеш тигән һорауыма, Ринат Зиннәт улы: «Рулдә барғанда үтә ныҡ ҡабаланғанда ла һаҡ булырға кәрәк. Шәхси сифаттарға килгәндә башҡа кешеләрҙең хәлен һәм кисерештәрен аңлаған, уларға ярҙам итергә теләге булған, сабыр кеше булырға тейеш», — тине.
— Ҡалаларҙа водитель ғәҙәттә маши-нанан носилканы сығара ғына. Ә ауырыуҙы «Ашығыс ярҙам» бригадаһы алып бара, йыш ҡына пациенттың күршеләрен ярҙамға саҡырырға тура килә. Һеҙҙә лә шулаймы?
— Ауылдарҙа төнгө сәғәт өстә кем носилка ташыһын инде!? Носилканы фельдшер менән алып бараһың, күтәрешәһең, индерешәһең. Беренсе ярҙам ни тиклем тиҙерәк күрһәтелһә, йәғни дауаханаға шул тиклем тиҙерәк барып етһә, сирленең һауығырына күберәк өмөт бар, — ти ул. — Халыҡ беҙҙә «Ашығыс ярҙам» машиналары күп тип уйлай. Ысынында улай түгел. Техниканы үҙебеҙ ремонтлайбыҙ, кемдер ремонтта ултырһа, йыш ҡына өлгөрмәгән саҡтар булғылай. Ҡайһы саҡ саҡырыуҙарға һуңлап киләбеҙ, әммә был беҙҙең ғәйеп түгел. Шундай мәлдәрҙә халыҡтың кире мөнәсәбәте, хатта кешеләрҙең агрессияһы менән осрашырға тура килә. Ундай саҡтарҙа психолог булырға кәрәк. Һәр кемгә «Ашығыс ярҙам»дың икенсе саҡырыуҙы хеҙмәтләндереүе арҡаһында тотҡарланыуын аңлатып булмай, ҡайһы берҙә райондың бер осонан икенсе осона елдерергә тура килә. Ҡайҙалыр аңлатыу эштәре ярҙам итә, ә ҡайҙалыр өндәшмәй ҡалыуың хуп — төрлө хәл-ваҡиғалар була. Изге күңелле кешеләр ҙә юҡ түгел, уларҙың рәхмәт һүҙҙәренән күңелдә көс арта.
Водитель һөнәре Ғиззәтовтарға быуындан-быуынға күсә килә тиһәң дә һис арттырыу булмаҫ, Ринат ағайҙың уландарының барыһы ла техника йәнлеләр. Әйткәндәй, ул 5 бала атаһы ла.
Саҡырыу алғас та 2 минут эсендә йыйынып, билдәле адрес буйынса сығырға тейеш улар. Юлдарҙың да, һауа торошоноң да төрлө саҡтары була. Шунлыҡтан машинаның төҙөк, медицина хеҙмәткәрҙәренең, пациенттарҙың имен-һау булыуы улар ҡарамағында.
Ямғырҙа ла, буранда ла, йәйге һәм көҙгө көндәрҙә ауыл, райүҙәк урамдары буйлап «Ашығыс ярҙам» машинаһы елә. Мохтаждарға тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн улар үҙ бурысын теүәл башҡара.
Һөнәри байрамығыҙ менән, Ринат Зиннәт улы!
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: