Йәмғиәт
23 Ноябрь 2023, 03:34

Республикала электротехник изделиелар заводы эшләй башлаясаҡ

Благовещенда йылдам үҫеш биләмәһендә электротехник изделиелар заводын төҙөй башлаясаҡтар. Проектты «Ав-Нэст»компанияһы тормошҡа ашыра.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала электротехник изделиелар заводы эшләй башлаясаҡРеспубликала электротехник изделиелар заводы эшләй башлаясаҡ
Республикала электротехник изделиелар заводы эшләй башлаясаҡ

Проектҡа инвестициялар күләме 36 миллион һум тәшкил итәсәк. Компания электр щиттары сығарырға ниәтләй. Проект 2023 йылдан 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ, 10 эш урыны булдырыласаҡ.

Компания төҙөлөш-монтаж эштәрен 2024 йылда башлаясаҡ. 2025 йылдың беренсе кварталында ойошма ҡорамалдар һатып алырға, монтажларға һәм транспорт һатып алырға ниәтләй. Продукция 2025 йыл аҙағында сығарыла башлаясаҡ, ә 2030 йыл башына завод проект ҡеүәтенә сыға һәм йылына 2 мең изделие етештерәсәк. Инвестор ер участкаһын сауҙаһыҙ алыуға иҫәп тота.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас