

Башҡортостан ере күпме ирҙе батыр, ғәййәр ир иткән, Тыуған илде һаҡлауҙың, ҡурсалауҙың һәм һөйөүҙең иман булыуын бала саҡтан ҡаныбыҙға һеңдергән. Һәр заман үҙ батырҙарын, шиғриәтен тыуҙыра, йыр-моңо ла башҡаса яңғырауы ихтимал, әммә Ватан намыҫын һаҡлауҙың элеккесә мөҡәддәс бурыс булып ҡалыуы бәхәсһеҙ. Милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ күңелендә ҙур урын алған бөйөк шәхестәрҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө булған Салауаттың шиғриәте бөгөн дә заманса яңғырашлы, бөгөн дә ир-егеттәребеҙ өсөн Ватанды һөйөү өлгөһө булыуы ғәжәп тойола. Эйе, быуындар алмашынһа ла, беҙҙә батырҙар нәҫеле, тыуған ерен һаҡлау өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер илһөйәрҙәр кәмемәгән әле. Шағирҙың һүҙҙәре хаҡ: «Мин киткәнгә ҡайғырмағыҙ, батыр ирҙәр тыуыр тағы ла...»
Көндәлек тормошта башҡаларҙан бер яғы менән айырылмаған, ҡәҙимгесә эшкә йөрөгән, донъя көткән, балалар тәрбиәләгән ир-егеттәребеҙ бөгөн алғы һыҙыҡта батырлыҡ, ныҡышмалылыҡ өлгөһө күрһәтә. Ҡайҙан уларҙа бындай тәүәккәллек? Күптән түгел тыуған яғына махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Азамат Амангилдиндан ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.
Азамат Зөлфәр улын күптәр хәрби хәрәкәттәр ветераны, әүҙем йәмәғәтсе тип белә. Ысынлап та, Украинала ҡораллы низағтар башланыу менән районда тәүгеләрҙән булып һалдаттарға гуманитар ылау алып барыуҙы ойоштороуҙың уртаһында ҡайнаусы, интернет селтәрендә «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» чат-төркөмдәрен булдырып, барса халыҡты бер урынға туплаусы, район халҡын бер бөтөн булырға әйҙәп саҡырыусыларҙың береһе лә ул. 2023 йылдың май айында Азамат Амангилдин эшҡыуар Вадим Ғәлин менән бергә Хәрби-патриотик спорт үҙәге булдырған. Азамат Зөлфәр улы һалдаттарға гуманитар ылау ебәреү өсөн спортсыларҙы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын йәлеп итһә, Вадим Камил улы эшҡыуарҙарҙан төрлө ярҙам саралары йыя, уларҙы ла был йүнәлештә әүҙемләштерә. Яҡташтарыбыҙға халыҡ ярҙамы менән таҡталар, төҙөлөш материалдары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, термостар, йылы итектәр ебәрәләр.
Ул тағы ла хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ «Бәләкәй Ватан геройҙары» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Дәүләт һәм Амангилде ауылдарында «Патриотизм һәм Рәсәй армияһының махсус хәрби операцияһы» батырлыҡ дәрестәрен үткәреүҙә лә ҡатнаша.
А. Амангилдин бер нисә тапҡыр Украинаға гуманитар ылау менән барғандан һуң, үҙе лә яу яланына барырға ҡарар итә. Ул Чечнялағы локаль һуғышта ҡатнашҡан яугир булараҡ йәш егеттәрҙең бер-бер артлы яу яланынан һәләк булып ҡайтыуҙарын күреп ҡайғыра. Нәҡ үҙенең алғы һыҙыҡта ҡалырға тейешлеген, хәрби тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлашырға бурыслы икәнлеген аңлай һәм «Башҡортостан» полкы аша ирекмән булып Украинаға юллана. Полк тағы ла батальондарға бүленгән — улар башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары Даян Мурзин, Муса Гәрәев, Таһир Кусимов исемдәрен йөрөтә. Азамат Зөлфәр улын гуманитар ярҙам менән барған сағында тәжрибәле яугир булараҡ шәхси составты урман-тау ерендә һуғыш алып барыу нескәлектәре менән бүлешһен, һалдаттарға хәрби алымдарҙы төшөндөрһөн өсөн махсус хәрби операцияға саҡырып ҡалалар.
— Мин аҙ ғына булһа ла махсус хәрби операцияла ҡатнашып, файҙа килтерә алыуыма ышанам. Үҙемдең Чечняла бергә хеҙмәт иткән егеттәрҙе Украинала күреп, июль айында ризалыҡ белдерҙем. Чечня һуғышында ҡатнашыу күп нәмәгә — таһыллыҡҡа, дисциплинаға, ҡорал менән эш итеү серҙәренә өйрәтте. Унда һуғыштың икенсе кампанияһында, штурм төркөмөнөң взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итергә тура килде. Хәҙер махсус хәрби операцияла взвод командирымын, егеттәр менән үҙемдең күргән-кисергән тәжрибәләрем менән уртаҡлашам. Тыуған яҡҡа ҡайтһам да, тыныслана алмайым, бергә хеҙмәт иткән егеттәрҙе һағынам, улар эргәһендә булғым килә. Төнөн айырыуса ауыр, йоҡлай алмай ыҙаланам, хеҙмәттәштәрем өсөн борсолам, алғы һыҙыҡ мине үҙенә тартып тора, — ти яугир. — Унда һинеке-минеке юҡ, барыһы ла уртаҡ. Ризыҡ менән дә, патрон менән дә бүлешәһең. Ҡайһы саҡта хәрби заданиеға бер тәүлеккә китергә, бер телем икмәкте уртаҡлашып тамаҡ ялғарға тура килә. Хәрби зонала әсеһен-сөсөһөн бергәләп татыған хеҙмәттәштәр ҡайһы бер туғандарҙан яҡыныраҡҡа әүерелә ул.
Кесе лейтенант бөгөн Таһир Кусимов исемендәге батальонда. Ул үҙенең взводындағы хеҙмәттәштәре менән Луганск өлкәһе Кременная ҡалаһында дошмандарҙы тар-мар итә. Взводында 22 йәштән алып 50 йәшкә тиклем 39 һалдат иҫәпләнә. А. Амангилдин әйтеүенсә, полкты 70-80 процент Башҡортостандан, бигерәк тә Урал аръяғы райондары егеттәре тәшкил итә. Полк һалдаттары араһында Әбйәлил районынан 72 яугир хеҙмәт итә.
Иптәштәре менән разведкаға, дошмандың позицияһын билдәләү ниәте менән даими рәүештә штурмға сығалар. «Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн күпселек башҡорт ир-егеттәре ирекмән булараҡ яу яланына үҙ теләге менән юллана икән», тигән һорауыма «Беҙҙең халыҡ илһөйәр, рухлы, беҙҙең ҡанда яугир ҡаны аға», тине ул.
— Чечня һуғышы менән сағыштырғанда, бында икенсерәк һуғыш бара. Беҙ унда ваххабистар, йәғни радикаль исламды ҡеүәтләүселәр менән көрәшһәк, Украинала фашизм, нацизмға ҡаршы көрәш алып барабыҙ. Ул ваҡыттарҙа сәйәсәт тә йәшерен рәүештә барһа, бында иһә бөтә нәмә күҙ алдында, асыҡ рәүештә күрһәтелә. Масштабы буйынса ла ҙур, сөнки белеүебеҙсә, бөтә Европа, көнбайыш илдәре Украинаға ярҙам күрһәтә. Ә беҙгә килгәндә, хөкүмәт яғынан ярҙам ҙур, яҡташтарҙың, тыуған яҡтың йылыһын, иғтибарын тойоу беҙгә көс бирә, үҙебеҙгә ышанысты арттыра, — ти яугир. — Үҙ ваҡытында беҙ үҙебеҙ һуғыштан һуң тыныс тормошҡа ҡайтыу юлын үттек. Ул еңел булманы. Ул саҡта беҙгә туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ ғына ярҙам итте. Ә хәҙер дәүләт тә яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуҙа ҙур эш алып бара һәм бындай мөнәсәбәт шатландырмай ҡалмай. Иң мөһиме — ҡорбандар әҙ булһын.
Азамат Амангилдин 1980 йылда Хәлил ауылында тыуған. Бәләкәйҙән йыр-моңға әүәҫ булып үҫә, бигерәк тә бейеү буйынса ҡаҙаныштары күп була. Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, гитара, синтезатор кеүек музыка ҡоралдарында уйнай. Уҡыуҙа һәм сәнғәт өлкәһендә яулаған уңыштары өсөн «Артек» лагерында ял итеү бәхете тәтей. Азамат Зөлфәр улына лидерлыҡ сифаттары, ойоштороу һәләте үҫмер сағынан һалынғандыр, күрәһең. Ул үҙе уҡыған 1-се һанлы мәктәптең иң тәүге президенты була, мәктәптә үткәрелгән һәр сараның уртаһында ҡайнай.
93-сө һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштергәс, Волгоград өлкәһенең мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә бүлек командиры булып, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайта. Хеҙмәттән ҡайтҡас, хужалыҡ-ара урман хужалығында мастер булып эшләй. Һуңынан үҙ теләге менән 29-сы отрядҡа (спецназ) контракт буйынса хеҙмәт итергә юллана. Чечняның утлы ғәрәсәтен күреп, иҫән-имен ҡайта. Һуңғы йылдарҙа «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡотҡарыусы булып хеҙмәт итә.
Украинаға барыу теләге көслө була. Әсәһенә, яҡындарына был турала өндәшмәй.
— Мин махсус хәрби операцияға йүнәлеү ниәтемде яҡындарыма әйтеп тормайынса, аҙаҡтан ғына хәбәр итергә булдым. Йәнәһе, алдан бор-солмаһындар, һуңыраҡ белһәләр, яҡшыраҡ булыр, тип уйланым. Йәштәрҙе уҡытырға, уларға иптәш булырға, остаз булырға кәрәклеген гуманитар ярҙам менән килгәндә тойҙом. Бер яҡтан, егеттәр менән бергә ярҙамлашып, хәбәрҙәрҙе уртаҡлашып, республикабыҙҙы, тыуған яғыбыҙҙы һағынып, әңгәмәләр ҡороп йәшәү күңелле лә кеүек, икенсе яҡтан, яҡташтарыбыҙҙы юғалтыуға күнегеп булмай, был ҡайғыны кисереүе бик ауыр. Ялға ҡайтыр алдынан ике иптәш егетебеҙҙе юғалттыҡ, ҡалған икәүһен беҙҙең төркөм егеттәре менән сығарып алдыҡ, — ти Азамат Зөлфәр улы.
А. Амангилдин әйтеүенсә, дошман ҡорал яғынан көслөрәк булһа ла, мораль яҡтан улар көсһөҙ. Беҙҙең һалдаттарҙа рух һәм илһөйәрлектең ныҡ булыуын билдәләй ул.
«Талиб» позывнойы аҫтында йөрөгән яугир һуғышта биш намаҙын да уҡып өлгөрә, ураҙаһын да тота. Батальондарҙа барлыҡ дин вәкилдәре лә, шул иҫәптән дин ҡағиҙәләрен теүәл үтәп еткермәгәндәре лә бер Аллаһы Тәғәләгә ышана, төрлө бәлә-ҡаза килеп сыҡмаһын, тип доғалар ҡыла.
Физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә көслө булырға тейеш хәрбиҙәребеҙ, шуға ла махсус хәрби операцияға юлланырға теләүселәргә хәрби әҙерлек кәрәклеген әйтте яугир.
Яҡындары менән аралашыу тик интернет селтәре аша булдырылған. Алғы һыҙыҡта булғанға күрә, был шатлыҡ та бик һирәк эләгә.
Тыуған тупраҡтың тылсымлы көсө барыбыҙға терәк, киләһе йәш быуынға тыныслыҡ сәңгелдәге булһын өсөн йәшәй һәм хеҙмәт итә егеттәребеҙ. Шартлауҙар йортобоҙ янында яңғырамаһын, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.