

Радий Хабиров белдереүенсә, һәйкәлдең торошо ныҡлап тикшерелде. Уны реставрациялау буйынса төрлө алымдар тәҡдим ителде. Кемдер урынында эштәрҙе атҡарырға, кемдер һүтеп алып эшләүҙе тәҡдим итә.
“Бындай һәйкәлде реставрациялау алымдары билдәле. Шуға ярашлы уны өлөштәргә бүлергә, һүтергә, алып китеп берәй цехта эшләргә тура киләсәк. Был ҡыҫҡа арала эшләнә торған эш түгел, күпмелер ваҡыт үтәсәк, ҙур ғына сығымдар ҙа талап ителәсәк”, - тине был һорауға республика Башлығы.