Йәмғиәт
30 Ноябрь 2023, 03:15

"Рәсәй саҡыра!» форумы үтә

Рәсәй Президенты Владимир Путин ВТБ-ның  7-8 декабрҙә үтәсәк “Рәсәй саҡыра!” форумында ҡатнашасаҡ.  #ВладимирПутин

"Рәсәй саҡыра!» форумы үтә"Рәсәй саҡыра!» форумы үтә
"Рәсәй саҡыра!» форумы үтә

Үҙенең төп сығышынан Һуң Путин,  форумда ҡатнашыусы Ҡытай, Һиндостан, Төркиә, Яҡын Көнсығыш, Африка, Урта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте үҫтергән башҡа илдәр делегацияһы вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирәсәк.

    Путиндың сығышы форумдың беренсе көнөнә, йәғни 7 декабргә планлаштырылған, тиелә программала. Ул 13 сәғәттә башлана һәм һорауҙарға яуап биреү өсөн сәғәт ярым ваҡыт ҡаралған. Сессияның модераторы — ВТБ банкы идараһы президенты-рәйесе Андрей Костин.

Сара Мәскәүҙә халыҡ-ара сауҙа Үҙәгендә үтәсәк. Форумдың төп темаһы — «Глобалләшеүһеҙ тормош: суверенлы иҡтисадтарҙы берләштереү».

      Беренсе көндөң темаһы - Рәсәй иҡтисадын үҫтереү һәм дәүләттәрҙең финанс суверенитетын нығытыу стратегияһы. Икенсе көндә форум сиктәрендә тәүге тапҡыр ваҡлап һатыу инвесторҙары ҡатнашлығында ябыҡ осрашыуҙар үтәсәк.

      Макроиҡтисад сессияһы санкциялар шарттарында бизнес һәм халыҡ-ара кооперация эшенә арналасаҡ. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар араһында финанс министры  Антон Силуанов, ҮҘӘК БАНК етәксеһе Эльвира Нәбиуллина, иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм президент ярҙамсыһы Максим Орешкин буласаҡ, бизнес  яғынан вәкилдәр булып «Норильский никель» идараһы президенты — рәйесе Владимир Потанин һәм Positive Technologies-ҡа нигеҙ һалыусы Юрий Максимов ҡатнашасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас