Йәмғиәт
30 Ноябрь 2023, 10:35

Тыуған ил яҙмышы өсөн битараф булмағанға...

Махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугиры «Дед»ты район хакимиәтендә алтын юбилейы айҡанлы тәбрикләнеләр. Ғүмер байрамын тормоштоң тыныс яғында — ғаиләһе, яҡындары араһында билдәләүҙән дә ҙур бәхет юҡ яугир өсөн. Ләкин тиҙҙән кире тегендә юл аласаҡ ул. Был илһөйәр уҙамандың шәхси ҡарары.

Тыуған ил яҙмышы өсөн битараф булмағанға...Тыуған ил яҙмышы өсөн битараф булмағанға...
Тыуған ил яҙмышы өсөн битараф булмағанға...

— МХО-ға контракт менән китеү тураһында ғинуарҙа «Дәүләт хеҙмәттәре» аша ғариза бирҙем. Был аҙымым төплө уйланылған ине. Унда тормош күрмәгән йәш кенә егеттәр һәләк булғанда бында тыныс ҡына ятып түҙә алмай инем. Беҙҙекеләр Киевтан сигенә башлағас, мин унда барырға тейешмен тигән ҡарарға килдем. Ғаиләмә, туғандарыма контрактҡа ҡул ҡуйғас ҡына әйттем. Күҙ йәштәре, илауһыҙ үтмәне был аңлашыуҙар. «Мин ҡарар ҡабул иткәнмен, барам һәм иҫән-һау ҡайтасаҡмын», — тинем ҡатыныма. Балаларға иһә ут эсенә инмәйем, һуғыштан ситтә буласаҡмын тип әйтергә килештек. Ләкин улар һиҙмәй буламы? Хушлашыуы ҡыйын булды. Улым былай ҙа йомшаҡ күңелле, ә бәләкәй булһа ла, бығаса күҙ йәшен һирәк кенә сығарған ҡыҙыҡай түгелеп илап ҡалды. Шул ныҡ ауыр тәьҫир итте, — тип бәйән итә Тыуған ил һағына баҫыу тарихы хаҡында яугир.
Бында ла, Өфөлә лә хәрби комиссариатта уға: «Дед, ты куда?» — тип аптырап ҡарайҙар. Йәнәһе ҡартһың тип ебәрмәй алып ҡалмаҡсылар. 49 йәшлек уҙаман үҙ һүҙендә ныҡ тора: «Уның ҡарауы мин донъя күргән кешемен, совет сынығыуы үткәнмен, ике йыл армия сафында хеҙмәт иткәнмен», — ти бирешергә теләмәйенсә. Шулай итеп, көсләшеп тигәндәй, февраль айында Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны составында махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған яугиргә «Дед» тип өндәшеүҙәре позывной булып йәбешә.
— Хәрби ҡушаматым үҙемә оҡшай. Дед булғас дедмын инде. Ғөмүмән, үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәттәбеҙ. Егеттәр миңә айырым хөрмәт менән ҡарай. Сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда хатта дәрәжә буйынса юғары торған командирҙар ҙа: «Олоноң һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ, ни тиерһең?» — тип мөрәжәғәт итә. Сәйгә йыйылһаҡ, «Дед»ҡа ултырырға бирегеҙ тип урын бушаталар, — тип көлөп һөйләй исеме тураһында. Ул ысынында ла олатай, тәүге никахтан булған өлкән ҡыҙының ҡыҙы бар. Дүрт бала атаһы булыуын да әйтеп үтеү зарур.
Яу яланы уйын майҙаны түгеллеген яҡшы аңлайбыҙ. Ләкин ул хаҡта яугир күп һөйләмәй. Яҡындары ла телефондан бәйләнешкә сыҡҡанда уның гелән күтәренке рухта һөйләшеүен, шаяртып алыуын билдәләй. «Беҙҙе хафа-борсоуға һалмаҫҡа, ҡайғыртмаҫҡа тырыша», — ти ҡустыһының холҡон һәйбәт белгән апайы. Ундағы ваҡиғаларҙың шаһиттары булған түшендәге миҙалдары өнһөҙ ҙә барыһы хаҡында һөйләй барыбер. Бер хәрби операциянан һуң комбат Рәхмәт хатына ҡушып бүләкләнгән һәм хәҙер гелән үҙе менән йөрөткән исемле бысағын миңә лә күрергә яҙҙы.
Шул февралдә китеүенән беренсегә ялға ҡайтыуы яугирҙең. «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» — һуңғы бер йыл эсендә төп девизға әйләнгән был һүҙҙәрҙең елгә осоролмауын, ярҙамын тоябыҙ, ти ул. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда айырыуса Башҡортостандың үҙ һалдаттарын иғтибарҙан өҙмәүе, даими рәүештә матди һәм рухи терәк күрһәтеүе ҡиммәткә торошло тип һәр төрлө ярҙам өсөн республика, шул иҫәптән Әбйәлил халҡы һәм етәкселегенә рәхмәтен дә белдерҙе.
— Командирҙар ауыҙынан шундай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә: «Беҙ махсус хәрби операция ваҡытында ашаған бал күләмен ошоға ҡәҙәр йәшәгән ғүмеребеҙҙә ашамағанбыҙҙыр, тиҙәр улар. Ысынлап та, Башҡортостан умартасыларынан феләктәр менән бал килтерелә һалдаттарға. Ғөмүмән, республика беҙҙе аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм кәрәк-яраҡтар менән һәйбәт тәьмин итә. Хатта башҡа төбәктәрҙән яуҙаштар: «Их, ниңә беҙ ҙә Башҡортостандан түгелбеҙ икән?» — тип көнләшеп ҡарайҙар. Ныҡлы тыл, терәк булыуы беҙҙе көслө итә лә инде. Юҡҡа ғына Башҡортостан яугирҙәре ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу йөрәкле, ҡаһарман рухлы түгелдәр. Бында башҡорттарҙы ғына айырып әйтмәйем. Арабыҙҙа урыҫтар ҙа, татарҙар ҙа, сыуаш-мариҙар ҙа бар. Һәм улар ҙа «Мы башкиры» тип һөйләйҙәр», — ти «Дед».
Өйҙә ҡалғандары өсөн күңеле тыныс яугирҙең. Ғаиләһенең, балаларының именлеге өсөн ҡатынына туғандарының терәк булырына ышана. Ә инде тормош-көнкүрештә килеп тыуған ул-был мәшә-ҡәттәрҙе хәл итеүҙә район етәкселеге һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә, ти ул. «Хужаһы өйҙә саҡта ғына йорт-ҡурала бер нәмә лә боҙолмай ҙа, емерелмәй ҙә икән», — тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны. Район башлығы Илдар Нафиҡовтың яҡташ яугирҙәр менән даими бәйләнеш тотоуы, өйҙә килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл иттереүе өсөн рәхмәтле яугир. Кер йыуыу машинаһын йүнәтеп киткәндәр, компьютерҙы эшләткәндәр...
— Һеҙҙең кеүек тыуған илен ысын йөрәктән һөйгән, үҙ ирке менән уны яҡларға баҫҡан көслө рухлы ир-уҙамандар булғанда беҙ бында райондың артабанғы үҫеше мәнфәғәтендә тырышып эшләйбеҙ, тыныс күңел менән саралар уҙғарабыҙ, кәңәшмәләргә йыйылабыҙ, — тине район хакимиәтендә уҙған сарала Әбйәлил башлығы Илдар Таһир улы «Дед»ты алтын юбилейы менән тәбрикләп. Яугиргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм бүләк сертификаты, ә ҡатынына сәскә гөлләмәһе бирелде, еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын тигән изге теләктәр юлланды.
— Ысын йөрәктән тыуған ерен һөйгән ир-уҙаман тип ҡустымдың булмышын бик дөрөҫ ҡылыҡһырланы башлыҡ. Ул тыуып-үҫкән ере өсөн йәштән янып йәшәне, үҙе йәшәгән Асҡар ауылы өсөн ҙур эштәр башҡарҙы. Әйтәйек, экологик өмәләр әле массалы характер алмаған саҡта уҡ, халыҡты әйҙәп, райүҙәктең тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә ойоштороуы тураһында 2000 йылдар башында район гәзитендә лә яҙып сыҡтылар. Ваҡытында ул Асҡарҙа асылған «Эльдорадо» магазинының директоры ла булды. Сауҙа нөктәһенең хужаһы, Сибай ҡалаһынан Хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәгенең генераль директоры, эшҡыуар Р. Ф. Зәйҙуллин район үҙәгендә балалар ижады йортон, тәүге «Пятерочка» магазины бинаһын төҙөттөрҙө һәм, әлбиттә, төҙөлөштәрҙең уртаһында ҡустыма ҡайнарға, ҡайһы бер мәлдәрҙә етәкселек итергә лә тура килде, — тине саранан сыҡҡас апайы ғорурлыҡ менән.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Автор:
Читайте нас