

Тамерлан Рим улы Ҡужан ауылы егете. Тамерлан ғаиләлә баш бала булараҡ үҙенең кесе туғандарын ҡараша, шуға күрә лә ул эргә-тирәһен уратҡандарға ҙур хөрмәт менән ҡарай, ихтирам итә. Ике ай эшләү дәүерендә үҙенә беркетелгән һәр эште яуаплы атҡара. Салауат ауылының 11 йыллыҡ мәктәбен «4» һәм «5» билдәләренә тамамлаған егет Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас та тыуған яғына эшкә ҡайта.
Тамерланға районыбыҙҙа иң ҙур биләмәләрҙең береһе — Ташбулат ауыл биләмәһе беркетелгән. Биләмәгә бөтәһе ун ауыл — Ташбулат, Күсем руднигы, Геологоразведка, Зеленая Поляна, Бикҡол, Айыуһаҙы, Нияҙғол, Теләш, Күсем, Яҡтыкүл ауылдары ҡарай. Курорт төбәге булараҡ бында район халҡының ғына түгел, ял итергә килеүселәрҙең дә алкоголле эсемлектәр эсеү йәиһә башҡа сәбәптәр арҡаһында ғауға сығарыу, кеше әйберен урлау кеүек ваҡ хулиганлыҡтар арҡаһында мөрәжәғәттәре башҡа биләмәләргә ҡарағанда икеләтә артыҡ теркәлә. Тамерлан тәүлек әйләнәһенә үҙенә беркетелгән биләмәлә эшләй һәм унда йәшәүсе граждандар менән ныҡлап һәм яҡындан таныша. Ул үҙ участкаһында йөрөп сығырға, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарарға һәм хәл итергә бурыслы.
— Мин халыҡҡа яҡын булырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе аңларға һәм хәл итергә, хөрмәт һәм хәстәрлек күрһәтергә тейешмен. Бигерәк тә бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү — беҙҙең төп бурыс. Беҙ бөтә граждандарҙы ла белергә тейеш: ҡайһыһы алдан хөкөмгә тарттырылған, ҡайһыһында ҡорал бар, ә кемеһе иҫәптә тора һ.б. Ғаилә янъялсылары, алкоголле эсемлектәр менән мауығыусылар, башҡа тәртип боҙоусылар менән профилактик эш уҙғарыуға айырым иғтибар бирелә. Беҙ халыҡ менән туранан-тура эшләргә, граждандар менән ышаныслы мөнәсәбәт булдырырға тейеш, — ти йәш хеҙмәткәр үҙенең эше тураһында.
Бынан тыш, участковый, әгәр водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһа йәки транспорт сараһы урланған тигән шик булһа, автомобилде туҡтатырға мөмкин. Машина өсөн документтарҙы тикшерергә участковыйҙың да хоҡуғы бар — был йәһәттән уның хоҡуҡтары ЮХХДИ инспекторҙары вәкәләттәре менән тиң.
— Мин эшләгән биләмәлә күбеһенсә урындағы халыҡ 22.00 сәғәттән һуң өйҙә йәки йорт яны биләмәһендә граждандарҙың тынлығы һәм тыныслығы боҙолоуға, ғаиләлә ир менән ҡатындарҙың үҙ-ара конфликттарға, янауҙарға йәки бер-береһенә тән йәрәхәттәре килтереүгә бәйле шылтыратыуҙар күп. Килеп тыуған мәсьәләнең айышына төшөнөү, ике яҡты үҙ-ара килештереү, мәлендә проблеманы хәл итеү зарур. Берәү менән ҡатыраҡ һөйләшәһең, икенсеһе менән ябайыраҡ әңгәмәләшәһең, кемдеңдер эске кисерештәрен тыңлап, уны йәлләргә лә мәжбүрһең...
Беҙгә тәфтишсе лә, оперативник та, һиҙгер психолог та булырға кәрәк. Кешеләргә ярҙамың тейеп, уларҙың рәхмәтен тояһың икән, тимәк, һин үҙ бурысыңды тейешенсә атҡарғанһың. Эшемә яңы өйрәнеп, уның нескәлектәрен төптән үҙләштереп киләм. Киләсәктә тырышып эшләргә ниәт, — ти ул.
Ғүмерҙәрен бик яуаплы һәм ауыр эшкә — граждандарҙың хоҡуҡтарын, йәмғиәт тәртибен, хәүефһеҙлеген һаҡлауға, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә арнаған полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләйбеҙ.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.