

Өскүл ауылы ҡыҙы Рәзилә Ниғмәтйән һәм Кәримә Кәримовтар ғаиләһенән. Атаһы данлыҡлы тимерсе, әсәһе Герой-әсә миҙалын йөрөткән. 11 баланы башлы-күҙле итеп оло тормошҡа аяҡ баҫтырғандар улар.
— Ике туған ағайым Вәзир 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡый ине. Һауынсыға уҡытырға ҡыҙҙар төркөмө йыялар тигәс, шунда барҙым. Уны тамамлағас та Туйыш ауылына фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә килдем. Председатель саҡырып алып «Беҙ һине быҙау ҡаратырға уҡыттыҡмы!? Һыйыр һауырға һине Байымға ебәрәбеҙ», тине. Байымда бер нисә ай эшләп өлгөрҙөм, Туйыш фермаһында урын бушағас, шунда эшләй башланым, — тип һөйләй Рәзилә Заһретдинова.
Буласаҡ ҡәйнәһе Талибә Әхмәҙиә ҡыҙы менән бер фермала эшләй. Ҡыҙҙың эшкә шәп, алсаҡ, көләкәс икәнен күргәс тә, ҡунаҡ ҡыҙын үҙенә сәйгә алып ҡайта. Улы Фәхрәзе Рәзиләне тәү күреүҙән оҡшата һәм йәштәр оҙаҡҡа һуҙмай, гөрләтеп туй яһайҙар. Шул мәлдән алып улар матур ғүмер юлы үткән ғаилә пары. Быйыл уларҙың йәшәүенә ҡырҡ йыл тула. 5 балаға өлгөлө атай һәм әсәй булып, оло тормош юлдарына сығарыуҙа күп көс һала улар. Рәзилә Ниғмәтйән ҡыҙы 2005 йылда Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән.
Өлкән ҡыҙҙары Нәйлә Магнитогорск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ике бала әсәһе. Икенсе балалары Ғәҙел Силәбе өлкәһенең Сыбаргүл ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итә. Былтыр Украина биләмәһендә махсус операция башланыу менән ҡыҙыл линияға эләгә, хәрби отряд командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 2023 йылдың март айында дошмандарға һөжүм иткән ваҡытта бик күп кенә иптәштәрен юғалта. Отряд командиры ла һәләк була. Ғәҙел Фәхрәзе улы иҫән ҡалған 8 иптәшен ут эсенән алып сыға, ҡыҙғанысҡа күрә, үҙе лә башына мина яраһы ала. Удмуртияның Ижевск ҡала-һында оҙаҡ дауаланғандан һуң, тыуған яҡтарына ҡайта. Һуғышта алған яраларҙан ҡапыл ғына мандый алмай ул. Өс-дүрт ай төрлө дауаханаларҙа йөрөп, яу яланына киренән юллана.
— Ғәҙел яраланып ҡайтҡандан һуң, төндәрен һаташты, бер туҡтауһыҙ һөйләнер ине. Ауылдашыбыҙ Хәтифә инәй Йортомбаеваның ҡулы шифалы, инәйҙең көслө доғалары килеште. Хәҙер Хәтифә Шәкир ҡыҙы ныҡ оло булғанға күрә, элекке кеүек кешеләрҙе ҡабул итә һалмай. Әммә был юлы һуғыштан ҡайтҡан бит ул, ярҙам итермен, тип улыма яңынан йәшәүгә йән өрҙө, тормош матурлығын күрергә ярҙам итте. Луганск өлкәһе йүнәлешендә иретеп-йәбештереүсе булып йөрөй әлегә, — ти һалдаттың әсәһе.
Икенсе һәм өсөнсө улдары Илгизәр менән Илшат та ағалары кеүек хәрби хеҙмәт юлынан китә. Илгизәр Магнитогорск ҡалаһында автомеханик һөнәрен үҙләштергәндән һуң, контрактҡа ҡул ҡуя. 2014 йылда Украина биләмәһендә болғаныштар башланып торған осорҙа Илгизәргә лә ҡатнашырға тура килә. Ул мәлдә лә урындағы халыҡты үлтереүҙәр, язалауҙар кеүек ҡурҡыныс хәлдәр менән осрашырға тура килә йәш кенә һалдатҡа. Контракттың мөҙҙәте үткәс, Илгизәр вахта ысулы менән эшләргә ҡарар итә.
Махсус хәрби операция башланыу менән Илшатты хәрби часенән Украина биләмәһенә ебәрәләр. Ул танкист булып хеҙмәт итә. Һуғыштың тәүге көндәрендә дошмандар Рәсәй һалдаттарын төпкәрәк үткәреп, тирә-яҡтан уратып, уларҙы ҡулға ала. Был хәлдән һуң ул ҡаты яралана.
Икенсе тапҡыр алғы һыҙыҡтағы егеттәргә бронетранспортёр менән гуманитар ылау индереп барғанда дошман яғынан ҡаты һөжүмгә эләгәләр. Дошман Рәсәй һалдаттарының күптәрен әсирлек-кә ала, документтарын, ҡоралдарын тартып ала. Командирҙары ла һәләк була.
— Был хәлдән һуң Илшат: «Әсәй, һуғышта өс юл бар — береһе герой булып һәләк булаһың, икенсеһе — ғүмерлеккә зәғиф ҡалаһың, өсөнсөһө — контракттан баш тартыу. Мин ике үлемдән ҡалдым, әле йәшмен бит, йәшәге килә» тине. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, улым контрактынан баш тартырға ҡарар итте. Контрактты өҙөп, ҡайтып килде. Илшатҡа ла, Ғәҙелгә лә «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» танытмаһы бирелде, ә Илгизәргә булманы. 2014 йылда Украинала барған сыуалыштарҙа ҡатнашҡандарға ундай ҡарар сыҡмаған ине, — тиҙәр Заһретдиновтар.
Бөгөнгө көндә Илгизәр ҙә, Илшат та үҙ ғаиләләре менән Сыбаргүлдә һәм Магнитогорскиҙа йәшәй һәм эшләй. Дүртенсе малайҙары Илнар Белорет медицина колледжында уҡып йөрөй.
Донъяның аһ-зарына, тормош һынауҙарына бирешмәй Заһретдиновтар. Икеһе лә хаҡлы ялда улар. Фәхрәзе Айрат улы ғүмер буйы йылҡы малы менән дуҫ булған. Ул бөгөн дә утын һатып, бесән эшләп, килем ала. Рәзилә Ниғмәтйән ҡыҙы хужабикә булараҡ аш-һыу бүлмәһендәге көнкүреш эштәре менән мәшғүл. Кәртә тултырып мал көтөп, ял мәлдәрендә ҡыҙ-улдарын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡаршы алып, оҙатып тора. Иң мөһиме — донъялар тынысланһын да, уландар һау ҡайтһын, тигән теләктә оҙатып ҡалдылар улар.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.