Йәмғиәт
7 Декабрь 2023, 03:31

Башҡортостанда иң яҡшы һөнәрселәрҙең исемдәре аталды

«Иң яҡшы һөнәрсе-2023»республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда иң яҡшы һөнәрселәрҙең исемдәре аталдыБашҡортостанда иң яҡшы һөнәрселәрҙең исемдәре аталды
Башҡортостанда иң яҡшы һөнәрселәрҙең исемдәре аталды

Быйыл конкурста 137 оҫта ҡатнашҡан, улар жюри хөкөмөнә 600-ҙән ашыу изделие тәҡдим иткән. Сараны «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Агентлығы»  ойошторған.

«Иң яҡшы һөнәрсе-2023» конкурсында беренсе урынды Өфө районынан Гөлсөм Хөсәйенова яулаған.

Икенсе урын  Өфөнән Семелюк Дарьяға, өсөнсө Иглин районынан  Рәүйә Абдуллинаға бирелгән.

Лауреаттар 50, 30 һәм 15 мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнгән.

«Иң яҡшы һөнәрсе-2023» республика конкурсында 15 номинацияла 65 ҡул оҫтаһы ижади эштәре иң яҡшыһы тип табылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас