Йәмғиәт
13 Декабря 2023, 13:06

Башҡортостанда бишенсе тапҡыр Башҡорт теле көнө үткәрелә

14 декабрҙә Башҡортостанда башҡорт телен һәм милли мәҙәниәтен  һаҡлау, яҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында Башҡорт теле көнө үткәрелә.  Ул 2019 йылдан алып Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы билдәләнә.

Башҡортостанда бишенсе тапҡыр Башҡорт теле көнө үткәреләБашҡортостанда бишенсе тапҡыр Башҡорт теле көнө үткәрелә
Башҡортостанда бишенсе тапҡыр Башҡорт теле көнө үткәрелә

Байрам алдынан республиканың мәғариф ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадалар, «Башҡорт телендәһе һөйләшәм» флешмобы үтәсәк. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов ижад иткән «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡарасаҡтар.

Йыл һайын баш ҡалала Башҡорт теле көнө М.Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Был байрам башҡорт  шағиры Һәм мәғрифәтсеһе М. Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килеп билдәләнә. Республиканың бөтә мәктәптәрендә Башҡорт теле көнөнә арналған берҙәм дәрестәр уҙғарыла.

Шул уҡ көндө  РФ Президенты иғлан иткән Уҡытыусы Һәм остаз йылы сиктәрендә Өфөлә «Остаз»республика конкурсының финалы үтәсәк. Дөйөм белем биреү ойошмалары араһынан «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр,  кабинетты мультимедиа комплексы менән йыһазландырыуға сертификаттар аласаҡ.

Көн дауамында республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль уйындар, Аҡмулла олимпиадаһы, башҡорт телендә КВН үткәреләсәк. Байрам саралары республиканың китапханаларында, тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙә үтәсәк.

Киске программа Өфө театрҙарында спектаклдәр менән дауам итәсәк.

«Родина» кинотеатрында башҡорт телендә «Шағир көндәлеге» фильмы күрһәтеләсәк,  режиссер Булат Йосопов менән ижади осрашыу буласаҡ, шулай уҡ башҡорт телендә «Төньяҡ Амурҙары» тулы метражлы йәнһүрәте күрһәтеләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас