

2023 йыл менән сағыштырғанда саралар күләме 7,6 процентҡа кәмейәсәк. Әйтәйек, ағымдағы йылда был маҡсатҡа бюджетта 731 миллион һум һалынған булған.
2022 йылда республикала адреслы социаль контракттарға 576,6 миллион һум бүленгән, 2021 йылда — 486,6 миллион, 2020 йылда — 307,2 миллион һум. Йыл һайын төбәктә яҡынса 5 мең контракт төҙөргә планлаштыралар.
"Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам кешеләрҙә иң ҙур һорау менән файҙалана. 2020 йылдан был сара федераль бюджеттан өҫтәмә финанслау менән бирелә. Был ваҡыт эсендә дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашты, 21 меңдән ашыу социаль контракт төҙөлгән», — ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.