Йәмғиәт
9 Ғинуар 2024, 15:33

Путин Байкалды донъялағы иң матур урындарҙың береһе тигән

Дәүләт башлығы был хаҡта Южно-Сахалинскийҙән Байкал күлен барып күрергә хыялланған ҡыҙ менән әңгәмәһендә белдергән.  #ВладимирПутин

Путин Байкалды донъялағы иң матур урындарҙың береһе тигәнПутин Байкалды донъялағы иң матур урындарҙың береһе тигән
Путин Байкалды донъялағы иң матур урындарҙың береһе тигән

Путин уға "Теләктәр шыршыһы" акцияһы сиктәрендә хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән.

    Телефон аша һөйләшеүҙә Президент һигеҙ йәшлек Кристина Синдан ғына түгел, уның ата-әсәһенән дә сәфәр тураһында һораша. Әсәһе яуап итеп, уларға барыһы ла оҡшауын белдерә. Уларҙың ғаиләһе Байкалда күп урындарҙа булыуҙары, күреүҙәре тураһында һөйләй.

     "Теләктәр шыршыһы" бөтә рәсәй акцияһы 2018 йылдан алып уҙғарыла. Ул ауыр хәлдә ҡалған балаларҙың, етемдәрҙең, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың, шулай уҡ һәләтле балаларҙың яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас