Бер сертификаттың хаҡы уртаса 3,22 миллион һум тәшкил итһә, дөйөм булған суммаһы 257,7 миллион һум тәшкил иткән.
Төбәктә фатир урынына торлаҡ һатып алыуға сертификат алыу мөмкинлеге 2023 йылдың ғинуарынан индерелде. Бер йылда иң күп сертификаттар Балаҡатай һәм Мәләүез райондарында — алтышар, Баймаҡ, Белорет, Ғафури, Мәсетле, Иглин һәм Салауат райондарында — дүртәр бирелгән.
2023 йылдың 22 декабренә ҡарата, бирелгән сертификаттарҙың 79-ы ҡулланылған. Сертификат алыусыларҙың күптәре улар ярҙамында республиканың баш ҡалаһында фатир һатып алған.
Төбәктә етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса вәкәләттәр урындағы властарға бирелгән. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса муниципалитеттарға сертификаттар биреүгә йәки торлаҡ һатып алыуға бүленмәйенсә берҙәм сумма итеп бирелә, ә хакимиәттәр етем балалар исемлеге нигеҙендә сумма сиктәрендә кемдең хоҡуҡтары тормошҡа ашырыласағын билдәләй.
Төҙөлөш министрлығында билдәләүҙәренсә, 2023 йылдың авгусында федераль кимәлдә етемдәр өсөн торлаҡ сертификаттары индерелде, алырҙы биреү тәртибе билдәләнде. Сертификат 23 йәштән өлкәндәр өсөн бирелә. Уларҙы алыу критерийҙары итеп етем балаларҙың бер йылдан кәм булмаған килеме булыуы, уға һәм уның ғаиләһенә уртаса килем йәшәү минимумынан юғарыраҡ булыуы, һалым һәм йыйымдар буйынса бурыстарҙың булмауы, хөкөм ителеү, психик ауырыуҙар һәм бәйлелектәрҙең булмауы шарт.