Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә һөйләгән. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, маҡсаттарҙың береһе-социаль объекттарға, шулар араһында «Шүлгәнташ»музей комплексына газ үткәреү планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, газ үткәреү программаһы буйынса республикала 65,5 мең йортто газ селтәренә тоташтырыу мөмкинлеге бар, шуларҙың 52 меңенән ғаризалар ҡабул ителгән дә инде.
"Улар буйынса эштәр дауам итә. Газлаштырыуға ғаризаны Рәсәй Федерацияһының берҙәм газлаштырыу операторы порталында (https://connectgas.ru/), компанияның сайтындағы шәхси кабинет һәм «Газпром газ бүлеү Өфө» берҙәм клиент үҙәктәрендә, Күп функциялы үҙәктәр офистарында, «Дәүләт Хеҙмәттәре» порталы аша бирергә була, — тип аңлата республика етәксеһе.
Бынан алда Радий Хәбиров урындағы ҡаҙанлыҡтарҙы газға күсереүҙе тиҙләтергә ҡушҡайны.