Йәмғиәт
11 Ғинуар 2024, 12:13

Путин Хабаровск һәм Комсомольске-на-Амуре ҡалаларын үҫтереү буйынса пландар менән танышты

Рәсәй Президенты Владимир Путинды Алыҫ Көнсығышҡа эш сәфәре барышында Хабаровск һәм Амурҙағы Комсомольск ҡалаларын үҫтереү буйынса пландар менән таныштырғандар.  #ВладимирПутин

Путин Хабаровск һәм Комсомольске-на-Амуре ҡалаларын үҫтереү буйынса пландар менән таныштыПутин Хабаровск һәм Комсомольске-на-Амуре ҡалаларын үҫтереү буйынса пландар менән танышты
Путин Хабаровск һәм Комсомольске-на-Амуре ҡалаларын үҫтереү буйынса пландар менән танышты

Рәсәй Хөкүмәте 9 ғинуарҙа 2030 йылға тиклем 16 алыҫ көнсығыш ҡалаһын комплекслы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең оҙайлы пландарын раҫланы. Планға ярашлы, ҡалаларҙа торлаҡ фонды яңыртыласаҡ, социаль объекттар төҙөләсәк, биләмәләр төҙөкләндереләсәк, транспорт һәм коммуналь инфраструктура яңыртыласаҡ, шулай уҡ курорт зоналарын үҫтереү планлаштырыла.

Мастер-пландар Анадыр, Арсеньевск, Биробиджан, Благовещенск, Белогорск, Большой Камень, Владивосток, Амурҙағы Комсомольск, Краснокаменск, Нерюнгри, Находка, Магадан, Уссурийск, Свободный, Хабаровск һәм Якутск өсөн әҙерләнгән.

Әйтәйек, Хабаровск ҡалаһының  мастер-планы уны "үҙенсәлекле һәм үҙ-үҙен тәьмин итеүсе райондар ҡалаһы" на әйләндереүҙе күҙ уңында тота, Алыҫ Көнсығыш художество музейын булдырыу, бер нисә урамды төҙөкләндереү һәм яр буйын төҙөкләндереү ҡаралған.

Амурҙағы Комсомольскта аэропортты реконструкциялау, Хурба аэродромының осоу-ултырыу һыҙатын тергеҙеү һәм Хабаровскиға тиклем тиҙ йөрөшлө электропоезд ебәреү планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас