«Бәләкәй Ватан — Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй муниципаль форумының эшлекле программаһы сиктәрендә ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен Рәсәй федерацияһы хөкүмәте дипломдары менән бүләкләү тантанаһы үтте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда дүрт еңеүсе бар. Призлы урындарҙы илдең 33 төбәгенән 49 муниципаль берәмек яулаған. Башҡортостан Рәсәй федерацияһы субъекттары араһында иң ҙур средстволар күләмен, 82 миллион һум аласаҡ. Еңеүсе муниципалитеттар был аҡсаны матди-техник базаны төҙөкләндереүгә һәм нығытыуға йүнәлтә ала.
Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренә наградаларһы РФ иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников тапшырған.
«Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрендә йәшәүселәр менән һөҙөмтәле бәйләнеш тәьмин итеү, территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү һәм граждандарҙы урындағы үҙидараны башҡа формаларҙа тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуға йәлеп итеү» номинацияһында еңеүселәр:
- Беренсе категорияла (ҡала округтары, муниципаль округтар һәм ҡала биләмәләре) — Октябрьский ҡалаһы (1 урын) Һәм Учалы ҡалаһы (4 урын),
- Икенсе категорияла (ауыл биләмәләре) — Асҡын районының Ҡашҡы ауыл биләмәһе (3-сө урын).
«Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара итеү» номинацияһында 4-се урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы яулаған.