Йәмғиәт
17 Ғинуар 2024, 04:21

Президент Илнара Сафинаға "Служение" премияһын тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәүҙә муниципалитет вәкилдәре ҡатнашлығында үтеүсе «Бәләкәй Ватан — Рәсәй көсө» форумының тантаналы сараһында “Служение” («Хеҙмәт итеү») Бөтә Рәсәй муниципаль премияһын «Кеше яҙмышы — Ватан ғорурлығы» номинацияһында еңеүсегә тапшырҙы. #ВладимирПутин

Президент Илнара Сафинаға "Служение" премияһын тапшырҙыПрезидент Илнара Сафинаға "Служение" премияһын тапшырҙы
Президент Илнара Сафинаға "Служение" премияһын тапшырҙы

      Уны Башҡортостандың Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Илнара Сафина алды. Был награда кешеләргә хеҙмәт итеүгә индергән ҙур өлөш өсөн бирелә.

Сафина был вазифала 2022 йылдың июлендә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән ирен алмаштыра. Рөстәм Сафин Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге икенсе башҡорт ирекле батальонына   сафҡа баҫыуы сәбәпле, ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын бушата. 2022 йылдың декабрендә хәрби заданиены уңышлы үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Сафин генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.

Ире биләгән вазифаһын бушатҡас,  ауыл халҡы уның ҡатыны Илнара Сафинаны башлыҡ итеп һайлай. Уның етәкселегендә Миәшәгәр ауыл биләмәһе «муниципаль берәмектәрҙә йәшәүселәр менән һөҙөмтәле кире бәйләнеште тәьмин итеү, территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү һәм граждандарҙы урындағы үҙидараны башҡа формаларҙа тормошҡа ашырыуға (тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуға) йәлеп итеү» номинацияһында «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсында ауыл биләмәләре араһында беренсе урынды яулай. Илнара Сафина инициативаһы менән Мишәһәр ауыл биләмәһе «Муниципаль диалог»марафонында әүҙем ҡатнаша.

     Премия тураһында

Быйыл «Служение» (“Хеҙмәт итеү”)  Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы тәүге тапҡыр бирелә. Награда муниципаль хеҙмәткәрҙәренә  — муниципаль берәмектәрҙе үҫтереүгә һәм граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индергән өсөн бирелә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас