Йәмғиәт
19 Ғинуар 2024, 05:36

Сабыйҙар күберәк тыуһын!

2024 йылдың беренсе сабыйы — Аиша Латипова. Тормошта ҡыуаныстар менән көйөнөстәр йәнәш. Берәүҙәр тыуа, икенселәр мәңгелеккә китә, бәхетлеләр ҡауыша, төрлө сәбәптәр арҡаһында бер-береһенә тап килмәгәндәр айырылыша. Ошо хәлдәрҙе рәсми теркәүсе ойошма — райондың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре өсөн ағымдағы

— Беҙҙең эшебеҙҙең иң һөйөнөслө ваҡиғалары ул тыуым һәм никах теркәү. Ике осраҡта ла яңы тормош башланғысына шаһит булабыҙ, — тип һөйләй ЗАГС бүлеге мөдире Ф. М. Әхмәтова. — Байрам каникулы осоронда «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыуға  2 ғинуарҙа — 1,  5 ғинуарҙа 2 ғариза ҡабул иттек. Был сабыйҙар 2023 йылдың аҙағында донъяға килгән. Ғөмүмән, 17 ғинуарға ҡарата районда 17 тыуыу тураһындағы акт яҙыуы теркәлде. Уларҙың 9-ы буйынса ғариза ЗАГС бүлегенә килмәйенсә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы махсус сервис аша бирелде. Һәм, әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атай кеше ошо хеҙмәт менән файҙаланып балаға үҙе исем ҡушты.
2024 йылдың тәүге сабыйы кем? Был һорауға ЗАГС етәксеһе яуап биреүе ауыр тип билдәләне. Сөнки Әбйәлил ҡатындарының күпмелер өлөшө күрше ятҡан Магнитогорск бала табыу йорттарында бәпәйләй һәм балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡты шунда уҡ алып сыға. Ҡала ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең роддомға килеп документ эшләп биреүҙәре  ата-әсә өсөн, әлбиттә, уңайлы.
— Әммә таныҡлыҡта баланың тыуған урыны тип Магнитогорск ҡалаһы күрһәтелә, ата-әсәйҙең милләте яҙылмай, — ти Фәриҙә Мөхтәсип ҡыҙы. 
 Ә район ЗАГС бүлеге аша тыуыу осраҡтары теркәтелгән 17 баланан сығып һүҙ йөрөткәндә, уларҙың дүртәүһе — Рамаҙан, Әмирхан, Аиша, Мәликә 2024 йылғылар һәм иң беренсе булып Аиша Латипова 4 ғинуарҙа донъяға килгән. 
Йыл башынан 5 никах теркәлгән. Бөгөнгө йомала ЗАГС тупһаһын аша атлап ике йәш ғаилә уртаҡ тормош юлын башлаясаҡ. Йылдың беренсе пары үҙ-ара мөнәсәбәтен 9 ғинуарҙа законлаштырған. Нәҡ улар тәүгә ғаилә ҡороусы йәштәр булһа, ҡалған никах теркәтеүселәр, нигеҙҙә, 30 йәштән уҙған кешеләр. Ара-ларында айырылып яңынан ҡауышҡан элекке ирле-ҡатынлылар ҙа, МХО-ла йөрөгән яугирҙәр ҙә бар. 
Гражданлыҡ хәле буйынса акт яҙыу-ҙарын теркәүселәр өлөшөнә хеҙмәт бурысына ярашлы күңелһеҙ статис-тиканы теркәү ҙә төшә. Үкенескә күрә, 2024 йылғы ЗАГС яҙыуҙарын сағыштырып ҡарағанда, әлегә 17 тыуымға 26 үлем осрағы, 5 никахҡа 13 айырылышыу тура килә. Статистика бер ҙә генә ҡыуанырлыҡ түгел. Шулай ҙа йыл яңы ғына башланып тора. Сабыйҙар күберәк тыуһын, никахтар ныҡлы булһын тип теләйек.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас