Йәмғиәт
24 Ғинуар 2024, 03:57

Путин Ғаилә йылына старт бирҙе

Ғаилә йылы, «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһендә, ойошторолған  «Туғандар-һөйөклөләр» форумының тантаналы өлөшөндә старт алды.  #ВладимирПутин

Путин  Ғаилә йылына старт бирҙеПутин  Ғаилә йылына старт бирҙе
Путин Ғаилә йылына старт бирҙе

Дәүләт башлығы билдәләүенсә, ғаиләнең төп тәғәйенләнеше — балалар тыуҙырып, тәрбиәләп, үҫтереү, тамырҙы дауам итеү, тимәк, Рәсәй халыҡының һәм уның күп быуатлыҡ тарихын дауам итеү.

" Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә киң билдәле ғаилә династиялары бар, улар  хәрбиҙәр, инженерҙар, металлургтар, табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа һөнәр эйәләре булыуы мөмкин. Был ғаиләләр, йылдар дауамында һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булып уны дауам итә.   Үҙҙәренең башҡарған һөнәрҙәре, эшләгән эштәре менән хаҡлы ғорурланалар», — ти В. Путин..

     «Туғандар — һөйөклөләр» форумының  Ғаилә йылын рәсми асыу сараһында, илдең бөтә 89 төбәгенән 1000-дән ашыу кеше, ғаилә династиялары вәкилдәре, күп балалы ғаиләләр, Рәсәй геройҙары ғаиләләре ҡатнашҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас