Ғаилә ипотекаһы программаһын ҡалдырырға мөмкин, ләкин яңы төҙөлгән өйҙәр етешмәгән төбәктәрҙә программаны икенсел торлаҡҡа таратыу кәрәк һәм ҡайһы бер урындарҙа льготалы кредиттың максималь суммаһын дифференциациялау тураһында ла уйларға мөмкин, ти банк етәкселәре.
Шулай уҡ, финанс министры урынбаҫары Иван Чебесков ғаилә ипотекаһы оҙайтыласаҡ, әммә ул, башҡа льготалы программалар кеүек үк, үҙгәртеүгә мохтаж, тигән. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер льготалы программалар һөҙөмтәле ярҙам сараһы түгел һәм уларҙы маҡсатлы итеп, кешеләргә ярҙам итһен өсөн генә эшләргә кәрәк. Финанс министрлығы был йәһәттән комплекслы тәҡдимдәр әҙерләй, тип белдергән.
Ғөмүмән, Рәсәй банктары бындай төр ипотеканы оҙайтыу яҡлы, сөнки ул льготалы программаларҙың төп маҡсаттарына һәм принциптарына яуап биреүе менән отошло.