Был ташты художестволы эшкәртеү, рәсем һәм ағас һырлау, милли костюмдар тегеү, һауыт-һаба, сувенирҙар етештереү һәм башҡалар. 2023 йылда изделиелар етештереү күләме 233,5 миллион һум тәшкил иткән. Башҡортостанда был тармаҡта бөтәһе 500-гә яҡын кеше мәшғүл.
Халыҡ художество кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереү буйынса республика планы буйынса 2023 йылда республика бюджетынан халыҡ изделиелары етештереүселәргә ярҙамға 11 миллион һум йүнәлтелгән. Шуларҙың 6 миллион һумын алты предприятие ҡорамалдар, сеймал һәм сығым материалдары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға алған.