Йәмғиәт
31 Ғинуар 2024, 06:53

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 42 миллиард һум йүнәлтелгән

2023 йылда милли проекттар сиктәрендә республикала 47 төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 42 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, 33 объект төҙөлгән.   #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 42 миллиард һум йүнәлтелгәнМилли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 42 миллиард һум йүнәлтелгән
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 42 миллиард һум йүнәлтелгән

Медицина учреждениелары өсөн 4 меңдән ашыу берәмек ҡорамал һатып алынған, 98 мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулатория төҙөлөп, эш башлаған, 185 махсус медицина машинаһы һатып алынған. Шулай уҡ, 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән, 17 мәҙәниәт объекты ремонтланған.

Әйткәндәй, 2022 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 48,5 миллиард һум йүнәлтелгән булған. Республикала 49 төбәк проекты буйынса эштәр үтәлгән. Был аҡсаға 27 социаль әһәмиәтле объект, шул иҫәптән биш мәктәп, 18 юл һәм инженер инфраструктуралы объект, ике балалар баҡсаһы һәм башҡалар төҙөлгән. 28 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелгән, 55 ФАП ҡуйылған, өс меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һатып алынған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас