Сара программаһы бер нисә майҙансыҡты үҙ эсенә аласаҡ, ә төп ваҡиға-урындағы предприятиеларҙан вакансиялар йәрминкәһе.
- Илдә лә, республикабыҙҙа ла эшһеҙлек кимәле кәмей бара. Ғинуар аҙағында Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,6 процент тәшкил итте. Хәҙер эшһеҙҙәрҙе генә түгел, халыҡтың башҡа категорияларын да мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәттәре менән тәьмин итеү мөһим. «Инйәр–әүҙем биләмә» форумы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ үҙенсәлекле майҙансыҡ булыр тип уйлайым. Вакансиялар йәрминкәһенән тыш, бында ҡатын — ҡыҙҙар клубының осрашыуы, эшҡыуарҙар өсөн түңәрәк өҫтәл, өлкәндәр һәм йәштәр өсөн һөнәри йүнәлеш биреү майҙансыҡтары, шулай уҡ уҡыу урындары йәрминкәһе үтәсәк, - ти Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Форумда ҡатнашыусыларға «Белорет металлургия комбинаты», «Ассы» шифаханаһы, «Урал пружина заводы» ЯСЙ, «Агроторг» һәм «Элементтрейд» магазиндары, «Изгелек академияһы» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, «Белорет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Инйәр ауылының 1-се мәктәбе һәм башҡа ойошмалар эш тәҡдим итәсәк.