Йәмғиәт
7 Февраль 2024, 03:20

Дүрт йылда программа буйынса нимәләр эшләнгән?

2020 йылдан Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса эштәр башлана һәм финанслау 7,6 миллиард һум тәшкил иткән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дүрт йылда программа буйынса нимәләр эшләнгән?Дүрт йылда программа буйынса нимәләр эшләнгән?
Дүрт йылда программа буйынса нимәләр эшләнгән?

2023 йылда программа буйынса республикала 78 объект төҙөлгән, был маҡсатҡа федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән.

Дүрт йыл эсендә программа сиктәрендә 496 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алған, 125 ғаилә ҡуртым килешеүе буйынса йортло булған. Шулай уҡ дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа ингән, ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа 23,8 км юл һалынған, 101,6 км газ үткәргес линияһы һәм 120 км һыу үткәргес селтәрҙәре төҙөлгән.

    Ауылдарҙа 192 проект тормошҡа ашырылған, мәҫәлән 11 балалар майҙансығы, 10 спорт майҙансығы, һигеҙ ял паркы һәм сквер, 13 урам яҡтыртыу объекты һәм 2 меңдән ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау майҙансығы төҙөлгән.

    Федераль ҡаҙнанан төбәктәргә граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, ауыл биләмәләрен һәм инженер инфраструктураһын төҙөкләндереүгә, мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә, республика яғынан берлектә финанслау шарты менән аҡса бирелә. Был маҡсатҡа дүрт йыл эсендә ил буйынса бөтәһе 125 миллиард һум бүленгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас