Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән осрашыуҙа, республика Башлығы Радий Хәбиров ошоно белдергән. Уның һүҙҙәренсә, бинаны тикшереү тамамланған, быйыл төҙөүселәр объектта эштәрҙе башлаясаҡ.
" Мәсетте төҙөп бөтөүҙең төп мәсьәләһе проектты финанслауҙа. Беҙ 250 миллион һум аҡса таптыҡ, ә быйыл был маҡсатҡа 700 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтәсәкбеҙ. Киләһе йылда тағы ла 1 миллиард һум. Артабан эштәр барышын ҡараясаҡбыҙ, әммә мәсетте мотлаҡ төҙөп бөтөрәсәкбеҙ», — тигән республика Башлығы.
Әлегә мәсетте тышлау өсөн гранит төрөн һайлап алыу эштәре бара, биҙәү эштәре ике йыл дауамында барасаҡ. Шулай уҡ ҙур күләмдә эске эштәр башҡарыласаҡ.