+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль , 18:21

Төбәктә инвалидтар өсөн сетификаттар бүленә

Дәүләт иҫәбенә реабилитацияны бер нисә категория инвалидтар, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар үтә ала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Төбәктә инвалидтар өсөн сетификаттар  бүленә
Төбәктә инвалидтар өсөн сетификаттар бүленә

Башҡортостанда өлкән инвалидтарҙы реабилитациялауға  йыл һайын 52,5 мең һумлыҡ 1,7 мең сертификат бүлеү планлаштырыла. Республика бюджетынан уның өсөн, йылына 90 миллион һум аҡса бүленәсәк.

    Сертификаттар алыуға икенсе һәм өсөнсө төркөмдәге өлкән инвалидтар  иҫәп тота ала. Әлеге ваҡытта БР Хеҙмәт министрлығы реабилитация буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүселәр реестрын төҙөй һәм күп ФУНКЦИЯЛЫ ҮҘӘК офистары аша ғаризалар ҡабул итеү схемаһын эшләй.

   2024 йыл Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде. Тематик йыл сиктәрендә республикала инвалидтарҙы уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу, уларҙы һауыҡтырыу һәм реабилитациялау мөмкинлектәрен үҙ эсенә алған 153 сара ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: