Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса никахтар һаны 10,2 процентҡа, Волга буйы федераль округында 7,3 процентҡа кәмегән. Волга буйы федераль округында иң һиҙелерлек кәмеү Һарытау (11,9 процентҡа), Ульяновск (11,8 процентҡа) өлкәләрендә һәм Пермь крайында (8,8 процентҡа) теркәлгән. Округтың бөтә төбәктәрендә лә никахтар һаны кәмегән, шулай ҙа Мордовияла (3 процентҡа), Сыуашстанда (1,5 процентҡа) һәм Удмуртияла (1 процентҡа) иң аҙ күрһәткестәр булған.
Никахтар теркәлеү һаны буйынса Татарстан Волга буйы федераль округында беренсе урында тора, унда бер йылда 25,2 мең пар мөнәсәбәттәрен теркәгән, икенсе урында Башҡортостан килә. Өсөнсө урында һамар өлкәһе, бер йылда 19,9 мең никах теркәлгән.
Башҡортостанда айырылышыуҙар һаны бер йылда 2,9 процентҡа кәмегән, 16,8 мең пар мөнәсәбәттәрен өҙгән. Дөйөм алғанда, илдә айырылышыуҙар һаны 0,1 процентҡа артҡан.
Волга буйы округында был күрһәткес 14 төбәктең дүртәүһендә генә үҫкән: Киров өлкәһендә (3,4 процентҡа), Пермь крайында (2,2 процентҡа), Һамар өлкәһендә (1,3 процентҡа) һәм Мари Илендә (1 процентҡа). Күрһәткестең иң һиҙелерлек кәмеүе Мордовияла (7,8 процентҡа), Ульяновск өлкәһендә (7,5 процентҡа) һәм Сыуашстанда (5,7 процентҡа) теркәлгән.
Айырылышыуҙарҙың дөйөм һаны буйынса Башҡортостан округта лидер, Татарстан йылына 14,3 мең айырылышыу менән икенсе урында, Һамар өлкәһе өсөнсө килә, унда 14,1 мең пар айырылышҡан. 2023 йылда айырылышыуҙар Мордовияла (2,3 мең), Мари республикаһында (2,7 мең) һәм Сыуашстанда (4,2 мең) иң аҙы булған.