Туған тел... Яңы тыуған сабый ошо телдә әсәһенең яғымлы итеп өндәшкән иң матур һүҙҙәрен һәм бишек йырҙарын ишетә, теле асылғанда үҙ туған телендә "атай", "әсәй" һүҙҙәрен әйтә. Үҫә төшкәс, туған теле ярҙамында үҙенең тирә -яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, донъяны танып белә. Әхлаҡ төшөнсәләрен дә әсә телендә аңына һеңдерә, хәтер һандығына һала.Туған теле ярҙамында ғына үҙ халҡының күңел хазинаһы булған йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл-айтемдәрен, йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә. Тел-халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер."Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле.Шуға күрә лә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.
Белгестәр әйтеүенсә, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуы ихтимал. Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй, рустар -110 милллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион300 мең, украиндар 2 миллиондан аҙыраҡ, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар -1 миллион 400-әр тирәһе. "Теле барҙың -иле бар"ти башҡорт халыҡ мәҡәле.Һәр халыҡ үҙ телен яратһын,ҙурлаһын,үҙ телендә аралашһын. Телебеҙ бөтә икән, илебеҙ ҙә юҡҡа сыға.