Йәмғиәт
21 Февраль 2024, 12:20

Илдең алдынғы төбәктәре рәтендә

«Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында мәғариф өлкәһендәге төп һөҙөмтәләр һәм ҡаҙаныштар тикшерелеп, үткән йылға йомғаҡ яһала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Илдең алдынғы төбәктәре рәтендәИлдең алдынғы төбәктәре рәтендә
Илдең алдынғы төбәктәре рәтендә

       Сараны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова алып барған. Ул 2023 йыл йомғаҡтары буйынса рәсәйҙең белем биреү сифаты буйынса донъя лидерҙары иҫәбенә инеүен һыҙыҡ өҫтөнә алған.

     2019 йылдан «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан был өлкәне модернизациялауға 1,2 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был илдең белем биреү инфраструктураһын тулыһынса үҙгәртергә мөмкинлек биргән.

Мәҫәлән, 2019 йылдан Рәсәйҙә 6 меңдән ашыу мәктәп төҙөлгән һәм ремонтланған, 1 676 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Бынан тыш, белем биреү программалары системалаштырыла, заманса дәреслектәр әҙерләнә һәм «минең мәктәбем»платформаһы кеүек комплекслы цифрлы продукттар индерелә.

Вице-премьер Татьяна Голикова, был эшмәкәрлектә Рәсәй төбәктәре ҙур роль уйнай, тип белдергән.

     Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов илдең мәғариф өлкәһен үҫтереү йомғаҡтары тураһында ентекләберәк һөйләгән. Ул шулай уҡ дәүләт мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа лидер төбәктәрҙе атаған. Атап әйткәндә, балалар баҡсаларының һәм мәктәптәрҙең матди базаһын яңыртыуҙа, шулай уҡ яңы белем биреү учреждениеларын төҙөүҙә, флагман субъекттар иҫәбендә Башҡортостандың да булыуы ҡыуаныслы.

     Заманса белем биреү инфраструктураһын булдырыу буйынса милли проекттар һәм дәүләт программалары сараларын юғары кимәлдә тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан республикаһы Рәсәй Хөкүмәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас