Йәмғиәт
22 Февраль 2024, 02:40

Бизнесҡа федераль ярҙам артҡан

Уҙған йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа федераль бюджеттан дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 1,1 миллиард һум тәшкил иткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Бизнесҡа федераль ярҙам артҡанБизнесҡа федераль ярҙам артҡан
Бизнесҡа федераль ярҙам артҡан

"Башҡортостан милли проект сиктәрендә бизнесҡа федераль ярҙам күләме буйынса РӘСӘЙ федерацияһында биш төбәк иҫәбенә инде һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды алды. Күп осраҡта бүленгән саралар  арҡаһында республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһе яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Тәү сиратта беҙҙә эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр һанының тотороҡло үҫеше күҙәтелә», — ти республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

    2023 йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 6,4 процентҡа артҡан. 2022 йыл аҙағына уларҙың һаны 127,8 мең, ә 2023 йыл аҙағына 136 мең тәшкил иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас