Йәмғиәт
29 Февраль 2024, 02:00

Путиндың мөрәжәғәтнамәһе Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында урам экрандарында күрһәтеләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе бөгөн Мәскәүҙә һәм илдең башҡа ҙур ҡалаларында ҙур урам экрандарында күрһәтеләсәк.  #ВладимирПутин

Путиндың мөрәжәғәтнамәһе Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында урам экрандарында күрһәтеләсәкПутиндың мөрәжәғәтнамәһе Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында урам экрандарында күрһәтеләсәк
Путиндың мөрәжәғәтнамәһе Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында урам экрандарында күрһәтеләсәк

Мөрәжәғәтнамәнең видео трансляцияһынан тыш, экрандарға президент телмәренән төп цитаталар ҙа сығарыласаҡ. Был ҡалаларҙа трансляцияны  29 февралдән 1 мартҡа тиклем 15,2 миллиондан ашыу кеше ҡарай аласаҡ.

   МАЕР Медиахолдингтың генераль директоры Константин Майор билдәләүенсә, мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеү өсөн президенттың төп тезистарын трансляциялау 2 һәм 3 мартта ла  дауам ителәсәк. Уның баһалауынса, был мөрәжәғәтнамәне ҡараусылар һанын 20 миллион кешегә етергә ярҙам итәсәк.

     Бөгөн, көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Путиндың үҙе әйтеүенсә, унда «алдағы алты йылға» бурыстар ҡуйыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас