2023 йылдан Рәсәйҙә бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле берҙәм айлыҡ пособие индерелде. Ул үҙ эсенә балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең 5 сараһын, шул иҫәптән 3-17 йәшлек балаларға ла түләүҙе берләштерә. Шуға ярашлы, былтыр 302 мең балалы 157 мең ғаилә дөйөм суммаһы 27,5 миллиард һумдан ашыуға ярҙам алған.
Рәсәй Президентының «күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы бөтә ил буйынса күп балалы ғаиләнең берҙәм хоҡуҡи статусын һәм төп социаль гарантияларын билдәләй.
Әйткәндәй , 10 йыл эсендә Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙең сағыштырма өлөшө 12,5 процентҡа тиклем артҡан, хәҙер 59 мең ғаиләтәшкил итә.