Ултырыш барышында мәктәп директоры А. Р. Махийәнов ассоциация булдырыу башланғысының уҡыусылар, шулай уҡ мәктәпте тамамлаусылар өсөн дә мөһим икәнлеген билдәләп үтте.
Ассоциацияның рәйесе итеп бер тауыштан мәктәптең 2006 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Айтуған Фәттәхов, уның урынбаҫары итеп 1979 йылғы сығарылыштан Зифа Үҙәнбаева һайланды. Ойошманың эшен йәнләндереү, алдынғы уҡыусыларға стипендия булдырыу һәм башҡа тәҡдимдәр яңғыраны.
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сарала яңы башланғысҡа нигеҙ һалынды. Ассоциация исеменән уҡыусыларҙы байрам менән шәхси эшҡыуар Илшат Мөхәмәтдинов ҡотланы. Ул уҡыуҙа, спортта һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән Линар Ғүмәров, Мансур Ғиниәтов, Аяз Мәҡсүтов һәм Азамат Һаҙыевҡа сертификаттар бүләк итте. Азат Рәфҡәт улы әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Илшат Хәсән улына Рәхмәт хаты тапшырҙы.
— Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө 8 Март алдынан бар яҡтан уңған уҡыусы ҡыҙҙарҙы ла тәбрикләйәсәкбеҙ, – тип вәғәҙәләне Илшат Хәсән улы. Ишҡол урта мәктәбен тамамлаусылар ассоциацияһының был эше тик хуплауға лайыҡ.
Роза МӨХӘМӘҘИЕВА, педагог-ойоштороусы.