Йәмғиәт
14 Март 2024, 03:00

Нефтселәргә киләсәктә эш була әле

Кешелек углеводородтарҙы бик оҙаҡ ҡулланасаҡ, шуға күрә нефтселәргә эш 100 йылға етерлек әле, тип белдергән Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй лидерҙары» конкурсы еңеүселәре менән осрашҡанда. #ВладимирПутин

Нефтселәргә киләсәктә эш була әлеНефтселәргә киләсәктә эш була әле
Нефтселәргә киләсәктә эш була әле

Уның фекеренсә,  яңынан тергеҙелеүсе энергия сығанаҡтары тураһында күпме һөйләүгә ҡарамаҫтан, кешелек «бик оҙаҡ ваҡыт» углеводородтар сығарыу һәм ҡулланыу менән шөғөлләнәсәк.

"Эш 100 йылға етер», — тигән Путин конкурс еңеүселәренең береһе, «Газпром нефти» компанияһының инженер-нефтсеһе Владислав Вахнин менән һөйләшкәндә .

     2023 йылдың ете айында нефть һәм газ компанияларында кадрҙарға ҡытлыҡ уҙған йыл менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға артҡан, йәки был тармаҡтан эш биреүселәр 127,6 мең вакансия асҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 43 процентҡа күберәк.

     Шул уҡ ваҡытта һорау алыу һөҙөмтәләре, уҙған йылда рәсәйҙәр араһында нефть һәм газ тармағын, респонденттарҙың 42 проценты абруйлы тип иҫәпләүен күрһәткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас