Йәмғиәт
15 Март 2024, 07:15

Һайлауға - бөтә ғаилә менән

Һайлауға һәр кем үҙенсә әҙерләнеп бара. Мәҫәлән, Гусев ауылында урынлашҡан 779-сы һайлау участкаһына Мырҙагилдиндар, Суховтар, Замалетдиновтар ғаиләләре менән килгән.  #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024

Һайлауға - бөтә ғаилә менәнҺайлауға - бөтә ғаилә менән
Һайлауға - бөтә ғаилә менән

Азат һәм Сөмбөл Мырҙагилдиндарҙың ҡыҙҙары - Гусев урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Азалия Мырҙагилдина быйыл тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. Улар Рәсәй Президентын һайларға ғаиләһе менән барған.  Ата-әсәй тауыш биреүҙең нисек үтеүен күрһәтергә тигән мҡасат менән ҡыҙҙарын алып килгән. "Балаларыбыҙҙы социаль яҡтан әүҙем үҫтерергә тырышабыҙ, уларға һайлауҙарҙың мөһимлеге хаҡында һөйләйбеҙ”, - тиҙәр улар.

Шулай уҡ ошо ауылда йәшәүсе Валентина һәм Владимир Суховтар ҙа һайлауға парлашып килгәндәр. Улар ҙа гражданлыҡ бурысын иң беренселәрҙән булып үтәгән.

Гөлназ Замалетдинова һайлауға ҡәйнәһе Нәзилә Фазылғаян ҡыҙы һәм ҡайныһы Ринат Вәғиз улы һәм бикәсе Гөлиә Вәғиз ҡыҙы менән бергәләшеп барған. 

 

 

Һайлауға - бөтә ғаилә менән
Һайлауға - бөтә ғаилә менән
Һайлауға - бөтә ғаилә менән
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас