Политолог Сергей Семенов билдәләүенсә, һайлауҙа иң мөһиме – һайлаусыларҙың килеүе.
- Халыҡ үҙ фекерен белдерергә, власты формалаштырыуҙа ҡатнашырға теләй. Дөйөм алғанда, бөтә позициялар патриотик йүнәлеш менән берләштерелгән, әммә сәйәси ҡарашты тормошҡа ашырыуҙың төрлө варианттары бар, - ти ул.
Семенов фаразлауынса ил буйынса халыҡтың һайлауҙарҙа ҡатнашыуы 70 проценттан ашыу буласаҡ.
Рәсәй Президентын һайлау күп йәһәттән Рәсәйҙең Көнбайыш илдәренең берләшкән көстәре менән ҡатмарлы көрәш алып барыуына бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала политолог. Һәм хәҙер илдең позицияһын яҡлаған граждандарҙың йүнәлеше элеккесә ҙур роль уйнаясаҡ.
- Был илебеҙгә һәм уның хәҙерге шарттарҙағы позицияһына ҡарата гражданлыҡ хистәрен сағылдырыу, - ти Сергей Семенов.