Йәмғиәт
16 Март 2024, 09:07

Халыҡтың юғары әүҙемлеге күҙаллана

Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостан һайлаусыларының 70 проценттан ашыуы ҡатнашыуы көтөлә. Был хаҡта “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар Сергей Лаврентьев һәм Сергей Семенов белдерҙе.

Халыҡтың юғары әүҙемлеге күҙалланаХалыҡтың юғары әүҙемлеге күҙаллана
Халыҡтың юғары әүҙемлеге күҙаллана

Улар белдереүенсә, һайлауҙың яңы, өс көнлөк форматы, Рәсәйҙең киләсәген билдәләүҙә ҡатнашыу теләгенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Алдан үткәрелгән һорау алыуҙарҙан сығып, халыҡтың күпләп килеүен күҙаллайҙар. 70 проценттан ашыу булыр, тигән фекерҙә улар. Дөйөм Рәсәйҙәге күрһәткестәргә ҡарағанда, республика халҡының әүҙемлеге юғарыраҡ. Президент һайлауҙарының һәр ваҡыт төбәк һайлауҙарына ҡарағанда күберәк ҡыҙыҡһыныу уятыуын беләбеҙ, – тине С.Семенов.

Сергей Лаврентьев РФ Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк республика халҡының ни өсөн ҙур әүҙемлек күрһәтеүен аңлатты. Кешеләр бындай ҡатмарлы сәйәси хәлдә үҙ иленең яҙмышына битараф ҡала алмай тигән фекерҙе әйтте ул.

- Хәҙер барған һайлау - Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау ғына түгел. Күп кенә тауыш биреүселәр президент өсөн генә тауыш бирмәй, улар илдең киләсәге, үҙҙәренең киләсәге өсөн тауыш бирә. Ҡайһы бер кешеләрҙе беләм, хатта элек һайлауға битараф булған туғандарым араһында ла шундайҙар бар. Әммә быйыл тауыш бирергә барасаҡтар, сөнки улар етди геосәйәси хәлгә бәйле, сөнки был тауыш биреү махсус хәрби оперцияла ҡатнашыу менән бер. Был үҙеңдең киләсәгеңде һайлау өсөн етди мотивация, - тип билдәләне Сергей Лаврентьев.
Тауыш биреү кисә башланды, ул бөгөн һәм иртәгә дауам итә.
Һайлау участкаларында тауыш биреү 8.00 сәғәттә башлана һәм 20.00 сәғәттә тамамлана.

Автор:
Читайте нас