+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 16:39

Халыҡ һайлауҙа ихлас ҡатнашты

Рауил ауыл биләмәһенең 794-се һайлау участкаһында ил Президентын һайлауҙа халыҡ әүҙем ҡатнашты. 

Ишҡол ауылында урынлашҡан участкала исемлек буйынса 834 кеше иҫәпләнә, әлеге ваҡытҡа тиклем 629 кеше үҙ тауышын биргән, шуларҙың 73-ө өйҙә һайлаған.

Тәүге тапҡыр һайлаусыларҙан 8 кеше яҡты киләсәк, матур тормош өсөн тауыш биргән.

- Быйыл халыҡ һайлауҙарҙа дәррәү ҡатнашты. Комиссия ағзалары ла үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Йәмәғәт палатаһынан һәм ирекмәндәр һайлауҙың нисек үтеп барыуын күҙәтә. Аллаға шөкөр, әлегә тиклем бер ниндәй ҙә закон боҙоуҙар булманы. Һайлау матур үтеп бара, - ти участка председателе Руфина Ирғәлина.

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: