Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин интернет селтәрен оҫта файҙаланып, киләһе гуманитар ылау йыйыу тураһында видео төшөрөп һала. Урындағы гуманитар йыйыу үҙәгендә ошо ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең айырым заявкалары буйынса гуманитар ярҙам йыйыу ойошторола.
Эшҡыуар, ауыл Советы депутаты Рамаҙан Шаһыбалов иң беренселәрҙән булып 100 метр СИП кабель, 20 метр ябай кабель, розеткалар, счетчиктар һатып алып, ярҙам йыйыу пунктына тапшыра.
Рамаҙан Сәлих улына килгәндә, белеүебеҙсә, ул бер саранан да ситтә ҡалмай. Һәр ваҡыт ярҙамға мохтаж булғандарға хәленән килгәнсе ярҙам итә, ауыл биләмәһендә үткәрелгән сараларҙың бағыусыһы булып сығыш яһай.
Һалдаттарыбыҙға ярҙам йөҙөнән башҡарылған изге эштәрегеҙ уң булһын.