+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 16:00

Янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролманы нисек ҡуйырға һәм нисек хеҙмәтләндерергә?

Янғын хаҡында хәбәр итеүсе ҡоролманы ҡуйыуы ҡыйын түгел. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре ошо хаҡта һөйләй.

Ҡоролма менән бергә батарея һәм кронштейн бар. Датчик үҙе еңел, уны хатта ике яҡлы скотчҡа ла беркетергә була. Батареяны ҡоролмаға ҡуйғанда ике ҡыҫҡа сигнал яңғырай. Был датчиктың эшләүен аңлата.

Ҡоролманы түшәмгә йәки стенаға өҫкә беркетергә кәрәк, сөнки төтөн өҫкә күтәрелә.

Датчиктарҙы кешеләр йоҡлаған һәр бүлмәлә һәм кухня менән коридор араһындағы ишек уйымы өҫтөндә ҡуйырға кәңәш ителә.

Ҡоролманы юғары дымлылыҡ булған бүлмәләргә ҡуймайҙар. Тағы ла каминға йәки мейескә яҡын, плитә өҫтөнә ҡуйырға ярамай.

Янғын тураһында хәбәр итеүсе датчикты нисек алырға – беҙҙең яҙмала уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: