Хәҙерге мәлдә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы төрлө төбәктәр араһында бер-береһенән ныҡ айырыла. «Төрлө төбәктәрҙә йәшәгән ҡайһы бер һөнәр эйәләре бер үк эште башҡара, әммә ни өсөн уларҙың хеҙмәте төрлөсә баһаланырға тейеш тигән һорау тыуа»,-тип аңлата идея авторҙары.
Тигеҙһеҙлектән ҡотолоу өсөн закон сығарыусылар база ставкаһын минималь эш хаҡы күләме кимәленә (МРОТ) — 19 942 һумға тиклем күтәрергә тәҡдим итә. Бөгөн иһә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһендә был күрһәткес биш меңдән 12 меңгә тиклем тәшкил итә.