Әгәр урындарҙа был шарттар үтәлмәһә, 2030 йылдан 2039 йылға тиклем төбәктәр бурыстың күрһәтелгән өлөшөн ҡапларға тейеш. Ҡалған өстән бер өлөшөн төбәктәр һәр хәлдә ғәмәлдәге график буйынса түләйәсәк, тип аңлатма бирә РФ финанс министрлығы.
Бындай реструктуризацияға 1,6 триллион һум самаһы аҡса эләгә, ә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышында ыңғай иҡтисади һөҙөмтәләр көтөлә.
Бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин ил субъекттарына йыл һайын 200 миллиард һум һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән башланғыс тәҡдим иткәйне.