Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин интернет селтәрен оҫта файҙаланып, киләһе гуманитар ылау оҙатыуға яугирҙәргә кәрәк-яраҡ йыйыу тураһында видео төшөрөп һала. Биләмәнең һәр ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең айырым заявкалары буйынса гуманитар ярҙам йыйыуға дәррәү ҡушылды.
Эшҡыуар, ауыл Советы депутаты Рамаҙан Шаһыбалов иң беренселәрҙән булып 100 метр СИП кабель, 20 метр ябай кабель, розеткалар, счетчиктар һатып алып, урындағы ярҙам йыйыу пунктына тапшыра.
Рамаҙан Сәлих улына килгәндә, белеүебеҙсә, ул бер саранан да ситтә ҡалмай. Һәр ваҡыт ярҙамға мохтаж булғандарға хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙа, ауыл биләмәһендә үткәрелгән сараларҙың бағыусыһы булып сығыш яһай.
Һалдаттарыбыҙға ярҙам йөҙөнән башҡарылған изге эштәрегеҙ уң булһын.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.