+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 16:12

Әсәләр көтәләр улдарын

Иң ауыры — алғы һыҙыҡтан сыҡҡандарын көтөү

Әсәләр көтәләр улдарын
Әсәләр көтәләр улдарын

Ниндәй генә заман булмаһын, балаһы өсөн әсәнең йөрәге һыҙламаған көнө юҡтыр: улы йәиһә ҡыҙы өсөн борсола, уның шатлыҡ — ҡыуаныстарына һөйөнә, ауыр ваҡыттарын үҙ йөрәге аша үткәреп, нисек кенә үҙе эстән һыҙланһа ла балаһы өсөн белгертмәй, уға тик яҡшылыҡтар ғына теләүен дауам итә. Һәр саҡ уны көтә, йылы усағын һүндермәй, ризыҡтар әҙерләй, күңеле менән генә булһа ла ғәзиз кешеһенең тиҙерәк янына ҡайтып килеүенә доғалар ҡыла. Быларҙың барыһын да әсә йөрәге, әсә күңеле, әсә тигән бөйөк кеше генә башҡара алалыр.
Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә улдары махсус хәрби операция биләмәһендә булған әсәйҙәр менән осрашып, аралашҡандан һуң йәнә бер тапҡыр инандым.
Ҡаҙмаш, Рысҡужа ауылдары сағыштырмаса ҙур түгел, әммә улар үҙенең үткәне, шанлы тарихы һәм күренекле кешеләре менән данлыҡлы. Уларҙың ҡанында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғолары бала саҡтан, Тыуған илгә ҡарата һөйөү, халҡың алдындағы бурыс һәр ир-егеттең ғаиләһендә үк тәрбиәләнгән матур сифаттарҙың береһе. Бөгөн ике ауылдан ғына егермеләгән һалдат алғы һыҙыҡта тыныс тормош өсөн көрәшә.
Илдә өлөшләтә мобилизация башланғандан алып улдары ут эсендә булған Әнисә Мырҙабаева, Тәғзимә Мәхмүтова, Ғәйнур Зәйнуллина, Фәйрүзә Иҡсановаларҙың, шулай уҡ улы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған Айһылыу Хәсәнованың күңелдәре тыныс түгел, йөҙҙәрендә лә бер аҙ тулҡынланыу һиҙелә.
Биш бала әсәһе Әнисә Сәрүәр ҡыҙының улы Дим тәүгеләрҙән булып ил һаҡларға йүнәлә. Д. Мырҙабаев ике бала атаһы, ошо көндәрҙә ғаиләнең тағы ла артыуы көтөлә. Дим Нафиҡ улы ике тапҡыр ваҡытлыса ялға ҡайтып киткән.
— Магнитогорск металлургия комбинатында тырышып эшләп йөрөгән Дим улымдың өлөшләтә мобилизацияға эләгеүен ишеткәс, аяҙ көндә йәшен атҡан кеүек булды. Ун өс йыл инде аяғында тимер тора, шул сәбәпле кире ҡайтарырҙар тигән ышаныс ҙур булһа ла, өмөттәр аҡланманы, — ти Әнисә Мырҙабаева. — Улымдың үҙен ышаныслы тотоуы, һәр саҡ күтәренке күңел менән бәйләнешкә сығыуы тынысландыра, ышаныс уята. «Әсәй, тиҙҙән еңеү менән ҡайтырбыҙ!», «Бирешмә!» тип кенә тора улым.
Әсәгә был һүҙҙәрҙе әйтеүе лә еңел түгел, Әнисә апайҙың тауышы ҡалтырай төштө. Әммә әсә кешенең улы өсөн ғорурланыуын һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, уны тойорға мөмкин ине.
Әнисә һәм Нафиҡ Мырҙабаевтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнгән. Бөтә ғүмерҙәрен колхоз эшенә арнаған улар. Әнисә Сәрүәр ҡыҙы һауынсы булып эшләгән, Нафиҡ Сабир улы малсы булып хеҙмәт иткән. Бөгөн иһә улар икеһе лә хаҡлы ялда.
Әсәһе менән бергә йәшәгән, уның ярҙамсыһы булған Рауил Ишбулат улы ла өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Һамар ҡалаһында кинолог булараҡ ил алдындағы бурысын үтәй. 27 сентябрҙә райондаш егеттәр менән бергә Свердлов өлкәһенең Елань ҡалаһына хәрби уҡыуҙарға ебәрелә. Башта гранотометсы була, һуңынан пулеметсы булып хеҙмәт итә башлай.
Тәғзимә Зәки ҡыҙы һорауҙарыма ихлас яуап бирҙе, тиҙҙән ҡәһәрле һуғыштың бөтөүенә ышаныс белдерҙе.
— Малайым алғы һыҙыҡта, блиндажда йәшәйҙәр. Иңдәренә төшкән бурысҡа ныҡ яуаплы ҡарай ул. Йәштән үк шулай теремек һәм намыҫлы булды. Көн һайын смс-хәбәр алышабыҙ, әлегә Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт, — ти ул.
Үҙенең ике малайын, бер ҡыҙын эйәле-башлы иткән, заманында гөрләтеп донъя көткән Тәғзимә һәм Ишбулат Мәхмүтовтар ғаиләһе бынан 12 йыл элек балалар йортонан етем ҡалған ике малай һәм бер ҡыҙҙы көтөргә алала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы 6 йыл элек мәрхүм булған, шулай ҙа Тәғзимә Зәки ҡыҙы балаларҙы ташламаған, бөгөн булһа уларҙың бәхет-шатлыҡтарына ҡыуанып, үҙ йортонда бәхетле әсәй-өләсәй булып ғүмер кисерә.
Ғәйнур Зәйнуллинаның да улы Заһир өлөшләтә мобилизация менән ил һаҡларға юллана. Биш баланың араһында дүртенсеһе булған Заһир бөгөн Украинала водитель булып хеҙмәт итә. Ул снаряд ташый. Уҙған йылдың июль, ноябрь айҙарында ялға ҡайтып киткән. Заһир хеҙмәт иткән часендә Башҡортостандан бер үҙе.
— Ватан алдындағы бурысын Брянск өлкәһенең ракета ғәскәрҙәрендә үтәп ҡайтты. Шунан һуң кәләш тә алманы, минең менән бергә донъя көттө. Мобилизацияға эләккәс, аптырау ҡатыш һағыш баҫып алды беҙҙе. Әммә улым төшөнкөлөккә бирелмәне, ил саҡырған яуға китте. Бөгөн булһа ла зарланмай ул, бер-ике минутҡа ғына шылтыратып, хәлдәрен белгертә, ауыл хәлдәрен һораша. Ни булһа ла, иҫән-һау йөрөһөн, — ти яугир әсәһе.
Ҡаҙмаш һәм Рысҡужа ауылдары араһынан мобилизацияға эләккән иң йәш егет — Ринат Иҡсанов. Ул Әшираф һәм Фәйрүзә Иҡсановтар ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хәрби бурысын үтәгәс, Чечня республикаһында өс йыл контракт менән хеҙмәт итә. 2022 йылда бер төркөм Әбйәлил егеттәре менән Саратов ҡалаһына хәрби уҡыуҙарға юллана. Бөгөн Ринат Әшираф улы мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә уҡсы булып хеҙмәт итә. 2023 йылда бер тапҡыр ғына ялға ҡайтып киткән.
Үрҙә һанап үткән егеттәрҙең барыһы ла Запорожье йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тарафтарға беҙҙән ебәрелгән гуманитар ярҙам бик һирәк осраҡта ғына барып эләгә икән. Ошоға тиклем егеттәр ике тапҡыр ғына яҡташтарының күстәнәстәрен алып ҡыуанған. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре алыу уларҙың үҙҙәренең кеҫәһенә һуға.
Ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡтары өсөн Дим Мырҙабаев, Рауил Мәхмүтов, Заһир Зәйнуллин генерал Шайморатовтың миҙалы менән яу яланында тәбрикләнгән. Улар барыһы ла «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» таныҡлығын йөрөтә.
Айһылыу һәм Ғәлимйән Хәсәновтарҙың ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнгән. Ғаилә башлығы ДРСУ-ла тракторсы булһа, Айһылыу Абдулхай ҡыҙы почта хеҙмәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Бөгөн Украинала барған низағтарҙың уртаһында ҡайнаған улдары Хөрмәт — дүртенсе бала. Бәләкәйҙән йөрәк сире менән яфалана, әммә һаулығының насар булыуын күрһәтергә яратмай. Физкультура дәрестәрен ярата, спорт менән даими шөғөлләнә. 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Ағас эшенә лә оҫта, шулай уҡ техниканың да серҙәрен белә. Ул бик яуаплы, уның эшһөйәр ҡулдары өсөн һәр саҡ файҙалы эш табылып тора.
— Улым махсус хәрби операцияға үҙенең алғы һыҙатҡа барасағы тураһында бер-ике көн ҡалғас ҡына белдерҙе. «Әсәй, был һорау буйынса беҙҙең арала аңлашмаусанлыҡ булырға тейеш түгел. Мин хәл иттем — булды», — тине һәм махсус хәрби операция зонаһына юлланды тип һөйләй А. Хәсәнова.
Хөрмәт Ғәлимйән улы 2023 йылдың йәмле йәй көнөндә «Башҡортостан» полкы сафында Украинаға хеҙмәт итергә юллана. Бөгөн ул танк механик-водителе.
— Ауыр көтөүҙәре... Тик нишләйһең, илгә төшкән оло һынау, уны бергә булғанда, берҙәм булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин. МХО йәшәү һәм ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлатты, үлем һәм йәшәүҙең һәр саҡ йәнәшәлә йөрөүен йәнә бер ҡат иҫбатланы. Нисек кенә ауыр һәм ҡыйын булмаһын, уны улдарыбыҙға күрһәтергә тейеш түгелбеҙ, уларға киреһенсә рухи көстө, сабырлыҡты, ышаныс һәм өмөттө беҙ бирергә тейешбеҙ тигән уй-ниәттәр менән улдары һәм ирҙәре махсус хәрби операцияла булған әсәйҙәр һәм ҡатындарҙы бөгөн бер ергә тупланыҡ, — ти Айһылыу Абдулхай ҡыҙы.
Ысынлап та, бер төркөм яугир әсәләре һәм ҡатындары йыйылғайны Ҡаҙмаш ауылы мәсетенә. Рысҡужа ауылы егете Хөрмәт Хәсәнов шаһит булып киткән яҡташ егеттәр иҫтәлегенә һәм әлеге мәлдә яу яланында булған егеттәргә арнап ҡорбан салдыртҡан. Был хаҡта беҙ ошо эште атҡарып сығыусы Илсиә Әһелованан һораштыҡ.
— Хөрмәт минән 4 йәшкә бәләкәй, уның менән бала саҡта бергә уйнап үҫтек. Бер шылтыратҡанында: «Насар төштәр күрәм, эсем боша, күңелем дә тыныс түгел. Мәсеткә барып аят уҡытаһыңмы әллә?» — тип аҡсаһын да күсерҙе. Мин иһә уның исеменән ҡорбан салдырып, аят уҡытырға ҡарар иттем. Рысҡужа, Ҡаҙмаш ауылдарынан булған яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын саҡырҙым, ниһайәт, алдыма ҡуйған бурысымды үтәнем, — ти ул. — Йөрәк һыҙлай йәш кенә егеттәр өсөн. Аллаһы Тәғәлә уларҙы яҡлауынан ташламаһын ине, әсәләренә оло ҡайғы булмаһындар ине уландар...
Ҡаҙмаш ауылы мәсетенең имам-хатибы Данил Әһелов Украинала барған махсус хәрби операцияла башын һалғандар рухына, һуңынан Хөрмәт Хәсәновтың үҙенә аяттар бағышланы. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар барыһы ла изге эшкә ихлас ҡушылып, күстәнәстәрен тотоп килеп, матур сара уҙғарҙы. Шуныһы йәл: осрашыуға күп әсәйҙәр килә алмаған ине.
Яугир әсәләре... Оло йөрәкле, сабырлы, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән, «Һаумы, әсәй!» тип өндәшеүҙәрен ишетер өсөн көн генә түгел, төн йоҡоларын да ҡалдырып, ҡулдарынан телефондарын төшөрмәгән, һәр шылтыраған тауышҡа һиҫкәнеп, улы тип йүгереп килгән, ахыр сиктә изге доғаларын уҡып, уларҙың иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләгән яугир әсәләренә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың кемгәлер үпкә белдергән йәиһә кемделер ғәйепләп әйткән һүҙҙәрен ишетергә лә тура килмәне, улдарын көткән әсәләрҙең теләктәре бер генә: тиҙерәк һуғыш бөтһөн, бөркөттәре иҫән-һау ғына, тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: