Йәмғиәт
9 Апрель 2024, 11:57

Путин Хәбировтың һайлауҙа ҡатнашыу ҡарарын хуплаған

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылдың сентябрендә Башҡортостан башлығы вазифаһына Һайлауҙа ҡатнашырға теләгән Радий Хәбировтың ҡарарын хуплаған. #ВладимирПутин

Путин Хәбировтың һайлауҙа ҡатнашыу ҡарарын хуплағанПутин Хәбировтың һайлауҙа ҡатнашыу ҡарарын хуплаған
Путин Хәбировтың һайлауҙа ҡатнашыу ҡарарын хуплаған

Дәүләт Башлығы В. Путин  Р. Хәбиров менән Мәскәүҙә осрашҡан.

"Радий Фәрит улы, дөйөм алғанда барыһы ла килеп сыға, пландар ҙа күп, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы. Шуға күрә мин, үҙ сиратымда, һеҙҙе яҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, ә һайлау, әлбиттә, кешеләр ҡулында буласаҡ. Кешеләр менән эшләргә кәрәк, бигерәк тә ошо осорҙа, туранан — тура, күберәк һәм йышыраҡ осрашырға, тыңларға кәрәк, сөнки эш кабинетынан барыһын да күреп тә,  ишетеп тә булмай», - тигән Путин.

Дәүләт башлығы «кешеләр менән яҡынданыраҡ эшләргә, кире бәйләнеш алырға» кәрәклеген билдәләгән.

   

      Башҡортостан башлығының вәкәләтлек срогы 2024 йылдың көҙөндә тамамлана. Радий Хәбиров 2018 йылдың октябрендә төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде, 2019 йылдың сентябрендә республика башлығын һайлауҙың беренсе турында 82 процент тауыш йыйып еңеү яуланы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас