Ете йыл мәктәп директоры вазифаһын үтәгән ваҡытта белем усағы гөрләп тора, ремонт эштәре башҡарыла, район семинарҙары, үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған саралар үткәрелә. 2015 йылда Айбулат Баҡый улы Хәлил ауылы хакимиәте башлығы итеп һайлана. Уның профессионализмы, вазифа бурыстарын сифатлы һәм яуаплы үтәүе, маҡсатҡа ынтылышы һәм лидерлыҡ сифаттары арҡаһында Хәлил ауыл биләмәһе ҙур уңыштарға өлгәште. Ошо вазифала Айбулат Баҡый улы үҙен абруйлы етәксе итеп күрһәтте, намыҫлы тырыш хеҙмәте менән халыҡ алдында абруй ҡаҙанды.
Тәжрибә һәм эшкә тоғро булыуығыҙ тағы ла оҙаҡ йылдар ауыл биләмәһенә, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә булышлыҡ итһен! Уңыштар теләйбеҙ!